Бөгөн беҙҙең Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә иҫтәлекле һәм бик тулҡынландырғыс ваҡиға үтте! Уҡыусыларыбыҙ билдәле яҙыусы Тәнзилә Кейекбаева менән осрашты. Тәнзилә Әхмәт ҡыҙы Кейекбаева (Ғилманова) — билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, лингвист һәм телережиссер.Ул күп ҡырлы таланты, мауыҡтырғыс тормош юлы һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө менән айырылып тора.
Осрашыу сиктәрендә уҡыусылар яҙыусының ижад донъяһы менән яҡындан танышты, ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап алды. Йәнле әңгәмә барышында ғаилә ҡиммәттәре, балалар тәрбиәһе һәм әҙәбиәттең тормошобоҙҙағы мөһим урыны тураһында һөйләшелде. Тәнзилә Кейекбаева балаларға үҙенең илһам сығанаҡтары, яңы әҫәрҙәре тураһында һөйләп, уларҙы китап уҡырға, ижад итергә өндәне.
Был осрашыу һәр кемдең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, балаларҙы тыуған телгә һәм йәнле һүҙ сәнғәтенә тағы ла нығыраҡ ғашиҡ итте.
Яҙыусыға ижади уңыштар, һаулыҡ һәм артабан да яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ!