#ЛицаОбразования
Бала саҡта күрше ҡыҙҙарға "уҡытыусы" булып үҫкән, өйҙәге шкафтар ишеген таҡта итеп, аҡбур менән яҙып һеңлеһен "уҡытырға" яратҡан бер ауыл ҡыҙы. Ошо балалыҡ хыялын маҡсат итеп алып, Фәнүзә Рәшит ҡыҙы Мырҙағәлина инде 35 йылдан ашыу уҡыусыларға башланғыс белем бирә.
Үҙе уҡып белем алған тыуған Ниғәмәт урта мәктәбенең алыштырғыһыҙ мөғәлимәһе. Һәр дүрт йыл һайын яңырып килеүсе уҡыусылары менән уртаҡ телде еңел табыусы, ата- әсаләр менән эште оҫта ойоштороусы уҡытыусы белем менән бер рәттән башҡорт рухлы, әҙәпле уҡыусылар үҫтерә. Уның уҡыусылары олимпиада һәм төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Эшләү дәүерендә тупланған тәжрибәһе менән йәш педагогтар менән уртаҡлаша, методик ярҙам күрһәтә. Фәнүзә Рәшит ҡыҙы, һәр уҡытыусыға сабырлыҡ кәрәк ти. Замана менән бергә атлап, белемеңде камиллаштырып, уҡыусыларҙан бер аҙым алдараҡ барырға тейешбеҙ, тип белдерә.
Фәнүзә Мырҙағәлина сая уҡсы ҡатын- ҡыҙ. Был спорт төрө маҡсатҡа ирешеү өсөн дәрт, дарман үҫтерә ти. Ниғәмәт мәктәбе уҡыусыларына традицион яндан уҡ атыу серҙәренә өйрәтә, ярыштарға әҙерләй.
Юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһына һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.