Репост из: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
❤️ЙӘЙГӘ БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР
* Әгәр иртәнсәк үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға.
* Кис сиңерткәләр сырылдауы асыҡ ҡына булып ишетелһә, иртәгәһенә аяҙ була.
* Кистән ысыҡ мул төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.
* Йәй ямғырлы булһа, ҡыш оҙон булыр.
* Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр.
* Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
* Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
* Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр.
* Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр.
* Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.
* Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
* Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
* Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр.
* Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.