Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһынан Ислам Айдашев барлыҡ тәрбиәселәрҙе байрам менән ҡотлай! Исламға - 6 йәш 💫
"Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғәилә бәхете, хеҙмәттәренең тәмен-йәмен табып эшләргә насип булһын, Аллаһ бирһә🙏
Балаларыбыҙҙың уңыштары ҡыуандырып-шатландырып торһон барыбыҙҙы ла, бәләкәстәребеҙ имен булһын!
Ысын тәрбиәсе белем биреү менән генә сикләнмәй. Үҙенә ҡыҙыҡһынып, шул тиклем ышанып төбәлгән күҙҙәргә ул күңел йылыһын өләшә, кескәй йөрәктәрҙе яҡтылыҡҡа өндәй. Шуға күрә лә, тәрбиәсе һөнәренең бөйөклөгөн һүҙ менән дә, йыр менән дә тасуирлап бөтөп булмай. Балаларына ышанған ғына тәрбиәсенең тәрбиәләнеүселәре күп нәмәгә өлгәшә тип уйлайым", - тип яҙа беҙгә Исламдың әсәһе Гөлсәсәк Айдашева.