Бөгөн Абзан ауылынан Рәмил Туғыҙбаев үҙ инициативаһы менән Махсус хәрби операция зонаһына сираттағы гуманитар ярҙам менән юлланасаҡ. Биләмәнең Этҡол ауылы халҡы ла МХО зонаһында булған яҡташтарға ярҙам итеүгә дәррәү ҡушылды. Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары аҡсалата ярҙамдан тыш яугирҙәргә күстәнәстәр тапшырҙы. Йөрәк йылыһын ҡушып бешергән тәм-томдар яугирҙәребеҙҙең күңелен күтәрһен, еңеүгә дәрт-ышанысын арттырһын. - Бөтәһе лә тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, - тип изге теләктәрен еткерҙе ауылдың уңғандары.