🛑 Мәҙәниәт өлкәһендә яңылыҡтар еткергәндә сифатлы журналистика менән "бульвар" кимәле араһында сикте һаҡлау бик ауыр, сөнки хәҙер уҡыусылар тауыш бирә материал өсөн. Беҙҙең көн һайын ҡарайҙар - теге йәки был материалды нисә кеше ҡараны, нисә кеше уҡыны, нисә минут уҡыны. Уҡыусылар күберәк криминалды, үлтереш-талашты уҡырға ярата. "Һары" пресса булмаҫ өсөн, барыбер, стилде, зауыҡты һаҡларға кәрәк. Мин шуның һағында торам, ҡайһы ваҡытта "мин быны яҙмайым", тип әйтәм. Сөнки ул минең, журналист булараҡ, гражданлыҡ позицияма тап килмәй. (Ләйлә Аралбаева, журналист, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты)
#көнүҙәкфекер
#көнүҙәкфекер