Гульсима Иштанова "ТЕЛЕҮҘӘК" "ИНТЕРВЬЮ"


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Блоги



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Блоги
Статистика

🛑 Уҡытыусылар көслө булһа, дәүләт тә көслө була. (Ләйлә Хөсәйенова, филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт филологияһы факультеты деканы)
#көнүҙәкфекер


Уҡытыусым Хәтимә Мырҙабаева оҙон һәм матур ғүмер йәшәне. 1 сентябрҙә беҙҙе байрам линейкаһына ҡаршы алғаны бөгөнгөләй хәтеремдә - асыҡ зәңгәр төҫтәге күлдәктә, сал төшкән сәстәре елкәһенә төйнәп ҡуйылған, ҡулында ҡара ҡайышлы ыҡсым ғына сәғәт. Был образ уҡытыусы образының бер эталоны булып хәтерҙә ҡалған. Хәйер, ул ғүмере буйы ошо эталон булып йәшәне. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, көләс күҙле, бай күңелле булды.

Уҡыутыусым тураһында үткән заманда яҙам, ҡыҙғанысҡа. Ошо көндәрҙә генә Хәтимә апабыҙ мәңгелеккә күсте. Йәне йәннәттә булһын.


🛑 Было ли мне в те годы известно, что гитлеровцы назначили за мою голову денежную награду? Ну что мне ответить? Да, военные товарищи, приезжавшие с фронта в Москву, показывали мне и такого рода листовки. В одной из них, в частности, было обещано 200 тыс. марок тому, кто доставит меня живым в Берлин
(Юрий Левитан, народный артист СССР)
#цитатадня

112лет тому назад родился Юрий Левитан - голос эпохи, голос Победы.


Ирекмән, эшҡыуар, уҡытыусы һәм тренер - улар әүҙем сәләмәт тормош алып бара. Йәштәргә ал биргеһеҙ. Ҡайҙан көс-ҡеүәт һәм дәрт таба ололар? Был пионер һәм комсомол тәрбиәһеме? Әллә заман үҙе уларға шундай ныҡлыҡ биргәнме? 

Ололар көнө уңайынан ҙур хөрмәт һәм ихтирам менән студияға өлкән йәштәгеләрҙе саҡырҙыҡ. Йәшәү дәртенең сере нимәлә? Ниндәй ул бәхетле ҡартлыҡ? Йәки йөрәктең мәңге йәш булһын өсөн нимә менән шөғөлләнергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе улар.


🛑 Наверное, я сразу полюбила свою работу. Если бы это было не так, не задержалась бы здесь на тридцать лет. Не терпела бы такие кошмарные нагрузки, говоря в эфире на башкирском, русском. Но я заболела телевидением. Более того, знаю массу людей, которые, уйдя от нас, со временем все равно возвращались, просто рвались обратно.(Расима Каримова, первый диктор башкирского телевидения, заслуженный работник культуры РСФСР и БАССР)

#цитатадня


Сегодня юбилей: 95 лет назад в нашей стране началось регулярное телевещание.

Из студии при Московском радиовещательном техническом узле (МРТУ) стали передавать по радио, как тогда называлось, «движущиеся изображения». Картинка была небольшая (30 строк) и очень нечёткая. Трансляции шли без звука по 30 минут ежедневно, в основном это была эстрадная музыка.

А БСТ в этом году отмечает 25-летний юбилей. В связи с этим, готовим специальные выпуски программы "Интервью" с постоянными экспертами нашего канала.


🛑 Әгәр ҙә журналистиканы ижади юғарылыҡҡа күтәреп, образлы фекерләү, эзоп теле ҡулланып, кешене фекерләргә, дөрөҫ юлға баҫтырырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйылһа, тимәк журналистиканы шулай уҡ
әҙәби ижад тип ҡабул итә алам.(Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел"
журналы баш мөхәррире)

#көнүҙәкфекер


Башҡортостанда сентябрҙә генә 100-ҙән ашыу кеше урманда аҙашҡан. Был һан эсендә балалар ҙа бар. Барыһы ла иҫән-һау, табылған. Әммә был - ҡотҡарыусыларҙың хеҙмәте, ваҡытында оператив эш итеүҙәре һөҙөмтәһе.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Эфир бөгөн, 22.15, БСТ


"Адаптация" махсус операцияһы, йәки кисәге яугирҙарға тыныс тормошта үҙ урынын табырға нисек ярҙам итергә?

Эфир ваҡытында ветеран Тимур Дәүләтбаевҡа следж-хоккей уйнар өсөн махсус экипировка тапшырылды. Яңы ҡаҙаныштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!


🛑 Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция шарттарында беҙгә асыҡ мәғлүмәти һуғыш алып барыла. Аҡыл өсөн көрәш бара. Тәрбиәләмәгән мәғлүмәт, тәрбиәләмәгән матбуғат юҡ. Бөтәһе лә тәрбиәләй. «Һары матбуғат» - ул да тәрбиәләй, әммә икенсе тарафҡа тәрбиәләй. Дошмандың маҡсаты бер – беҙҙең йәштәрҙе, аудиторияны тормоштоң ҡараңғы яғына алып сығыу. Шуға ла бөгөн журналистарҙың функцияһы күпкә арта. Кешеләргә ҡайҙа ялған, ҡайҙа дөрөҫлөк  - ваҡытында, профессиональ кимәлдә әйтеп аңлатыу. Журналистиканың  иң мөһим функцияһы бөгөн ошо. (Марат Ғәзизов, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары) #көнүҙәкфекер


10 октябрь - Башҡортостанда Ҡурай көнө. Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға 2024 йылда ҡул ҡуйҙы. Ҡурай данын донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаев тураһындағы китап та 2024 йылда сыға. Унда тәүге тапҡыр ҡурайсының тыуған көнө тураһында теүәл мәғлүмәт еткерелә, мәсет китабындағы яҙма күрһәтелә. Баҡһаң, Йомабай Иҫәнбаев 1890 йылдың 10 октябрендә тыуған! Бына ошондай осраҡлы тап килеү. Бәлки, осраҡлы ла түгелдер.

Азат Ярмуллин менән Башҡортостанда билдәле шәхестәрҙең, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү тураһында һөйләштек. Эфир 23 сентябрҙә, 17.45, БСТ каналында


🛑 Журналистиканың функцияларының береһе мәғлүмәт таратыу булһа, икенсенән ул аң-белем таратыу, тәрбиәләү, күңелен асыу, аналитка эшләргә өйрәтеү. Ҡайһы бер уҡыусының талабына яуап бирәбеҙ, тип уларҙың кимәленә төшөргә ярамай, киреһенсә, беҙҙең мәҡәләләр, материалдар улар кешене тәрбиәләргә, аң-белем, яңылыҡ бирергә тейеш. Был йәһәттән журналистың миссияһы бик юғары һәм ул ана шул түбәнлеккә төшмәй, киреһенсә, аудиторияны юғары кимәлгә күтәрергә тейеш. Беҙ бына шуның өсөн эшләйбеҙ. (Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер


Сегодня исторический день - три телеканала республики объединились для проведения большого телемарафона «Всё для Победы». Первым в 8:00 стартовал БСТ. Мы с коллегой Артуром Шамсутдиновым два часа в прямом эфире беседовали с бойцами, ветеранами, волонтёрами и общественными деятелями. Далее эфир продолжили коллеги Айнур Кабиров и Наталья Хван. После них эстафету принял телеканал «Башкортостан-24». Завершает телемарафон канал «Вся Уфа».


«Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» 2026 йылдың төп девизын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шулай тип билдәләне. Республика тарихында беренсе тапҡыр Башҡортостандың БСТ, Рәсәй - Башҡортостан-24  һәм «Вся Уфа » телеканалдары уртаҡ маҡсат менән,  «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» телемарафонын үткәрергә берләшә. 20 сентябрҙә барыбыҙ ҙа Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләйбеҙ. Эстафетаны иртәнге 8.00 БСТ каналы башлай📺🤗


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


Рәсәйҙә берҙәм һайлау көндәре башланды. 18,19,20 сентябрҙә беҙ илдең парламентын һайлайбыҙ. ДәүләтДумаһының IX саҡырылыш депутаттары өсөн тауыш бирәбеҙ.

Өс көн дауамында илдең мөһим сәйәси ваҡиғаһын журналистар яҡтырта. Башҡортостанда 400 ҙән ашыу коллега аккредитацияланған. Шуларҙың 40-тан ашыуы Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында ойошторолған Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләйәсәк. Йәғни был көндәрҙә һайлау барышы тураһында һеҙ ишеткән, уҡыған барлыҡ яңылыҡтар ошо үҙәктән еткерелә. Һыналған, рәсми сығанаҡтарҙан ғына алығыҙ мәғлүмәтте. Икеле сығанаҡтарҙан алынған тикшерелмәгән хәбәрҙәр менән башығыҙҙы бутауға юл ҡуймағыҙ.


Рәсәй Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында 3 урын яуланы. Беҙҙең дәүләт флагын пьедесталға күтәреүҙә Башҡортостан спортсыларының өлөшө ҙур.

Ни өсөн күсмә халыҡтар мираҫына, мәҙәниәтенә иғтибар арта? Төрлө милләт вәкилдәрен берләштереүсе идеямы ул күсмә цивилизациялар? "Телеүҙәк"тә бөгөн ошо хаҡта һөйләштек.


🛑 Мәҙәниәт өлкәһендә яңылыҡтар еткергәндә сифатлы журналистика менән "бульвар" кимәле араһында сикте һаҡлау бик ауыр, сөнки хәҙер уҡыусылар тауыш бирә материал өсөн. Беҙҙең көн һайын ҡарайҙар - теге йәки был материалды нисә кеше ҡараны, нисә кеше уҡыны, нисә минут уҡыны. Уҡыусылар күберәк криминалды, үлтереш-талашты уҡырға ярата. "Һары" пресса булмаҫ өсөн, барыбер, стилде, зауыҡты һаҡларға кәрәк. Мин шуның һағында торам, ҡайһы ваҡытта "мин быны яҙмайым", тип әйтәм. Сөнки ул минең, журналист булараҡ, гражданлыҡ позицияма тап килмәй. (Ләйлә Аралбаева, журналист, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты)

#көнүҙәкфекер


Репост из: ✒️ Союз журналистов Республики Башкортостан
Кто заберет главную журналистскую награду Башкортостана?

В этом году премия бьет рекорды популярности — жюри выбирает лучших из 32 соискателей. Имена триумфаторов станут известны совсем скоро!

https://vk.ru/wall-47563172_9131
"ТЕЛЕҮҘӘК" тапшырыуы. Пост со стены.
ИЖАДИ ПРЕМИЯ
ВКонтакте

Показано 20 последних публикаций.