🛑 Журналистиканың функцияларының береһе мәғлүмәт таратыу булһа, икенсенән ул аң-белем таратыу, тәрбиәләү, күңелен асыу, аналитка эшләргә өйрәтеү. Ҡайһы бер уҡыусының талабына яуап бирәбеҙ, тип уларҙың кимәленә төшөргә ярамай, киреһенсә, беҙҙең мәҡәләләр, материалдар улар кешене тәрбиәләргә, аң-белем, яңылыҡ бирергә тейеш. Был йәһәттән журналистың миссияһы бик юғары һәм ул ана шул түбәнлеккә төшмәй, киреһенсә, аудиторияны юғары кимәлгә күтәрергә тейеш. Беҙ бына шуның өсөн эшләйбеҙ. (Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире) #көнүҙәкфекер