10 октябрь - Башҡортостанда Ҡурай көнө. Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға 2024 йылда ҡул ҡуйҙы. Ҡурай данын донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаев тураһындағы китап та 2024 йылда сыға. Унда тәүге тапҡыр ҡурайсының тыуған көнө тураһында теүәл мәғлүмәт еткерелә, мәсет китабындағы яҙма күрһәтелә. Баҡһаң, Йомабай Иҫәнбаев 1890 йылдың 10 октябрендә тыуған! Бына ошондай осраҡлы тап килеү. Бәлки, осраҡлы ла түгелдер.
Азат Ярмуллин менән Башҡортостанда билдәле шәхестәрҙең, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү тураһында һөйләштек. Эфир 23 сентябрҙә, 17.45, БСТ каналында
Азат Ярмуллин менән Башҡортостанда билдәле шәхестәрҙең, батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү тураһында һөйләштек. Эфир 23 сентябрҙә, 17.45, БСТ каналында