🛑 Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция шарттарында беҙгә асыҡ мәғлүмәти һуғыш алып барыла. Аҡыл өсөн көрәш бара. Тәрбиәләмәгән мәғлүмәт, тәрбиәләмәгән матбуғат юҡ. Бөтәһе лә тәрбиәләй. «Һары матбуғат» - ул да тәрбиәләй, әммә икенсе тарафҡа тәрбиәләй. Дошмандың маҡсаты бер – беҙҙең йәштәрҙе, аудиторияны тормоштоң ҡараңғы яғына алып сығыу. Шуға ла бөгөн журналистарҙың функцияһы күпкә арта. Кешеләргә ҡайҙа ялған, ҡайҙа дөрөҫлөк - ваҡытында, профессиональ кимәлдә әйтеп аңлатыу. Журналистиканың иң мөһим функцияһы бөгөн ошо. (Марат Ғәзизов, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары) #көнүҙәкфекер