Уҡытыусым Хәтимә Мырҙабаева оҙон һәм матур ғүмер йәшәне. 1 сентябрҙә беҙҙе байрам линейкаһына ҡаршы алғаны бөгөнгөләй хәтеремдә - асыҡ зәңгәр төҫтәге күлдәктә, сал төшкән сәстәре елкәһенә төйнәп ҡуйылған, ҡулында ҡара ҡайышлы ыҡсым ғына сәғәт. Был образ уҡытыусы образының бер эталоны булып хәтерҙә ҡалған. Хәйер, ул ғүмере буйы ошо эталон булып йәшәне. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, көләс күҙле, бай күңелле булды.
Уҡыутыусым тураһында үткән заманда яҙам, ҡыҙғанысҡа. Ошо көндәрҙә генә Хәтимә апабыҙ мәңгелеккә күсте. Йәне йәннәттә булһын.
Уҡыутыусым тураһында үткән заманда яҙам, ҡыҙғанысҡа. Ошо көндәрҙә генә Хәтимә апабыҙ мәңгелеккә күсте. Йәне йәннәттә булһын.