MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм

12 Sep, 06:44

Открыть в Max Поделиться

Рәсәй кимәлендә оло еңеү.

Альбина Шәрипова илдең иң көслө 5 пҽдагог сафында. "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" V Бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Альбина Шәрипова бөтә илдән килгән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының 46 тәрбиәсеһе араһында иң яҡшы педагог тип танылды.

Был баҡсала Альбина Илдус ҡыҙы 2013 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен балаларға туған телде өйрәтеүгә һәм милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергән тәжрибәле һәм юғары квалификациялы белгес итеп танытты. Һөнәри эшмәкәрлегенән тыш, Альбина Шәрипова күп балалы әсәй, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй.

Альбина Илдус ҡыҙын еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Уға артабанғы педагогик эшмәкәрлегендә яңынан-яңы уңыштар, илһам, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
💬 Комментарии (3)

2.2k 2 150
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat