🏫 Баймаҡ лицей-интернатына - 70 йыл
1956 йылда Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә асылып, артабан Баймаҡҡа күсерелгән һәм бөгөн заманса Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты булып танылған белем усағына 70 йыл тулды.
Ошо йылдар эсендә мәктәп ҙур үҫеш юлы үтә. 2024 йылда федераль программа буйынса капиталь ремонттан һуң, ул яңы статуста – полилингваль уҡыу йорто булараҡ ишектәрен аса. Бында балалар бер нисә телдә иркен һөйләшергә өйрәнә һәм киләсәккә ныҡлы нигеҙ ала.
Бөгөн бында 312 бала заманса белем ала, 42 тәжрибәле, юғары исемдәр йөрөткән педагог уҡыта.
Лицей үҙенең данлыҡлы уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана. Бик күп билдәле шәхестәр, фән докторҙары, ғалимдар, табиптар һәм педагогтар ҙа ҡасандыр ошо мәктәп партаһы артында ултырған. Улар рәтендә: юридик фәндәр докторы Зөфәр Йәнекәев, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлнур Латыпова, биология фәндәре докторы Йәлил Һөйөндөков, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов, билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡолов һәм башҡалар.
Тап ошо лицейҙы беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ – «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева һәм «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы Сәриә Рамазанова тамамлаған.
Беҙҙең тыңлаусылар араһында Баймаҡ лицей-интернатында уҡығандар бармы?