MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Газета "Урал"/"Урал" гәзите

19 Sep, 13:45

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
#ВашВыбор2026#ЕДГ2026

Бөгөн, 19 сентябрь,  һайлауҙың икенсе көнө. 13-сө мәктәп яны баҡсаһында  мәктәп  тарафынан ойошторолған йәрминкә бара. Уҡыусыларҙың шау-гөр килгән тауыштары аша дәртле музыка көйө лә ишетелмәй тиерлек.  Бында байрам кәйефе хөкөм һөрә. 1298-се һайлау участкаһына инер өсөн  йәрминкә аша үтергә кәрәк. Тауыш бирергә килгән халыҡ  рәхәтләнеп йәрминкә рәттәре буйлап йөрөй,  теләгән әйберҙәрен һатып ала. Ә йәрминкәлә йәнең теләгән аҙыҡ-түлекте, тәм-томдо  алырға мөмкин. Нимәләр генә юҡ бында, торт, алма, кәбеҫтә, ҡабаҡ, картуф бәлештәре, ҡайнатмалар, һуттар, йәшелсәләрҙең бар төрө лә бар. Хатта бөгөн иртән генә тотолған йылға балығын да һатыуға сығарғандар. Ә ҡайнап ултырған самауырҙарҙан яһалған хуш еҫле сәйҙән, тәмлекәстәрҙән ауыҙ иткән ололарҙың былай ҙа яҡшы кәйефе тағы ла күтәрелеп китә. 
Йәрминкәнән йыйылған аҡсаны  уҡыусыларҙың күптәре үҙҙәре теләп махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам ебәреү өсөн  йыя.  Хаттар, һүрәттәр менән бергә  яугирҙарға йылы әйберҙәр һатып алырға ла етһен тип тырыша.  Был эште улар ихлас күңелдән башҡара. Уҡыусылар араһында шат йылмайып, йәрминкәне ҡарап йөрөгән мәктәп директоры Ольга Тимохина һайлауға килгәндәр менән иҫәнләшеп, уларҙың хәлен һораша. Барыһына ла өлгөрә ул, һәр  нәмәне иғтибарлы ҡарашы аша үткәреп, үҙенең эш урынына ашыға, сөнки ул һайлау комиссияһы рәйесе лә.
Йәрминкәне ҡарап сыҡҡандан һуң, алыр әйберҙәрен алып, һайлауға  килеүселәр  яйлап ҡына тауыш бирергә  үтә. 13-сө мәктәп директоры Ольга Тимохинаны ҡала халҡы көслө педагог, уңған, тырыш мәктәп директоры булараҡ яҡшы белә, хөрмәт итә.  Ольга  Викторовна бына нисәнсе йыл инде һайлауҙар ваҡытында мәктәптә урынлашҡан 1298-се һайлау участкаһы рәйесе булып эшләй. Участка ҙур, бында  2400-ҙән ашыу һайлаусы теркәлгән. Ольга Викторовна  һәм уның командаһы тауыш бирергә килеүселәргә бик иғтибарлы, һәр ғаиләне танып, фамилиялап, ҡайһы урамда, ҡайһы йортта йәшәгәнлегенә тиклем белеп тора.
Тауыш бирергә килгәндәр бер  күбәйеп, бер аҙайып китә тигәндәй. Һайлау яҡшы бара, тәртип, ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙар күҙәтелмәй, барыһы ла яҡшы кәйефтә.
Тауыш бирергә килгән ҡаланың 1-се мәктәбендә V-XI  кластарҙы география фәненән уҡытҡан Гүзәл Аҙнабаеваны  икенсе класта уҡыған ҡыҙы Камилла менән ошонда осраттыҡ. Һайлауҙа ҡатнашҡанына Камилла шат,  уға бөгөн «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашырға купон бирҙеләр.
Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы менән Рамил Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәровтар та ҡалала билдәле кешеләр. Үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән билдәле был өлгөлө ғаилә. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, йәмәғәт тормошонан да, һайлауҙан да ситтә тороп ҡалғандары юҡ.  Үҙҙәре өҫтөнлөк биргән партияға, Рәсәй  Дәүләт Думаһы депутатлығына дәғүә иткән кандидатҡа тауыш бирҙеләр, һайлау комиссияһы ағзаларына уңышлы көн теләнеләр.
Сатура Минһажитдинова.
Автор фотоһы.

81
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat