MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Газета "Урал"/"Урал" гәзите

4 Oct, 09:53

Открыть в Max Поделиться

Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.

1️⃣ Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
2️⃣ Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
3⃣ Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
4️⃣ Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
5️⃣ Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
6️⃣ Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.

Мөһим!

Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.

Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Йылытҡысты хәүефһеҙ ҡулланыу – «Аңлатабыҙ. Башкортостан» проектының яңы сығарылышында күрһәтәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә кәңәштәр әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан

40
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat