Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлы участкаһында (67-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклем) урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгә сәғәт 1-гә тиклем хәрәкәт сикләнде. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
БР Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Белорет — Учалы — Мейәс һәм Стәрлетамаҡ — Белорет – Магнитогорск юлдары участкаларында йөк һәм пассажир автомобилдәре өсөн хәрәкәтте сикләү ғәмәлдән сығарылды.