MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Газета "Урал"/"Урал" гәзите

5 Oct, 09:38

Открыть в Max Поделиться

Белореттан игеҙәктәр Сергей һәм Артем Яковлевтар «Россия 1» телеканалына биргән әңгәмәһендә ни өсөн «БАРС» отрядына инеүҙәре һәм Ырымбур өлкәһендә тактик әҙерлектең нисек үтеүе тураһында һөйләне. Белореттар объекттарҙы БПЛА һөжүменән һаҡлаусы отрядҡа инеү идеяһы уларға яғыулыҡ ҡойоу станцияһында сиратта торғанда килгәнен әйтте.
- Хәлде киҫкенләштермәҫ өсөн нефть эшкәртеү заводтарын һаҡларға кәрәк. Бер мобиль төркөмдә эшләйбеҙ: мин - пулеметсы, ҡустым - пулеметсы ярҙамсыһы. Һәр ваҡыт бергә, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, - ти Сергей Яковлев.
Әйткәндәй, ике резервист та ғаиләле, вахта ысулы менән эшләйҙәр. «БАРС»ҡа инергә ҡарарҙы 2026 йылда ҡабул иткәндәр. Хәҙер Башҡортостан егеттәре иптәштәре менән бергә сбор-күнекмәләрҙә ҡатнашалар һәм кәрәк булғанда республикалағы объекттарҙы һаҡлауға сығалар.
Тоцкта Яковлевтар башҡалар менән бергә «Елка» тибындағы дронды, радиоэлектрон көрәш сараларын, оптик разведка ҡоралдарын ҡулланырға, ваҡ һауа маҡсаттарына атырға, хәүеф янағанда 4 кешенән торған мобиль төркөм составында эш итергә өйрәнделәр. Турель һәм Калашников пулеметын ҡулланып атыу әҙерлегенә айырым иғтибар бүленә. Теориянан һуң резервистар шунда уҡ практикаға күсәләр. Сбор тамамланғас, яугирҙар дежурлыҡ урындарына юлланалар.
Отрядҡа резервистарҙы 62 йәшкә тиклем һәм хеҙмәт тәжрибәһе булмаған, әммә сәләмәтлеге буйынса (А, Б һәм В категориялары) тура килгән теләге булғандарҙы алалар. «БАРС»ҡа инеүҙең өс юлы бар:
- йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә;
- отрядтың берҙәм 8-987-253-65-30 телефонына шылтыратырға;
- Башҡортостандың хәрби комиссариатына 8 (347) 273-37-00 телефоны буйынса шылтыратырға.
Ентекле мәғлүмәт алыу һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү өсөн Белореттағы хәрби комиссариатҡа (Б. Хмельницкий урамы, 3а, тел. +7 (34792) 3-41-02) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки (347) 218-19-19 ситуацион үҙәк номерҙарына, йәки «Минең документтарым» (МФЦ) офистарына шылтыратырға була. Һайлап алыу пунктының номеры: (347) 248-29-31.

28
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat