MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям [new]
  • Мониторинг Max
«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»

27 Nov, 09:36

Открыть в Max Поделиться

Туҡтауһыҙ әжер-сауап килеп торһон тиһәгеҙ ...

Саҙаҡа- джәрийә хаҡында беләһегеҙме, дуҫтар? Ул кеше үлеменән һуң да туҡтауһыҙ сауап яҙыла торған саҙаҡа, мәрхүм булғас та, унан сикһеҙ әжер-сауаптар килеп торасаҡ ин шәә Аллаһ. Уға ниндәй эштәр инеүен түбәндә уҡығыҙ:
✔️Берәйһенә Ҡөрьән бүләк итегеҙ, ул уны уҡыған һайын һеҙгә лә әжер-сауаптар яҙылып торасаҡ;
✔️Кем дә кем мәсет төҙөтһә йәки ундағы төҙөлөш эшендә ҡатнашһа, ошо эшкә нимәлер сарыф итһә, кешеләр намаҙ уҡыған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ.
✔️ Кем дә кем емеш ағасы ултыртһа, уның емештәрен кешеләр йәки ҡоштар ашаған һайын уға әжер-сауап яҙыласаҡ;
✔️Ауылығыҙҙа йәки башҡа берәй урында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырығыҙ. Был һыуҙы кешеләр йәки хайуандар эскән һайын, һеҙ үҙегеҙ был донъяла күптән булмаһағыҙ ҙа, әжер-сауап яҙылып торасаҡ.
✔️Йәмәғәт урынында ағас ултыртығыҙ. Берәй кеше йәки хайуан уның күләгәһендә ултырған һайын һеҙгә әжер-сауаптар килеп торасаҡ.
✔️Ислам дине тураһында дөрөҫ һәм файҙалы китаптар менән бүлешегеҙ. Әгәр берәйһе уларҙы тормошта үҙе файҙаланһа йәки балаларына, яҡындарына өйрәтһә, һеҙ ҙә бының өсөн әжер-сауаптар алып торасаҡһығыҙ.
✔️Кем дә кем үҙе өсөн доға ҡылыусы бала тәрбиәләп ҡалдырһа, уға әжер-сауап яҙыла.
✔️Юл, күпер һалдырыу, хәстәхана төҙөтөү кеүек эштәргә лә әжер-сауап яҙыла.
Тик быны кешеләр маҡтаһын өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн тип, дөрөҫ ниәт менән эшләгеҙ!

1.7k 55
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max Рейтинг публикаций
API
API статистики API поиска публикаций
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности Публичная оферта
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot MXStatBot
Made by TGStat