Репост из: Канал Урала Кильсенбаева
Тыуған яҡтарға ҡайтыу һәр саҡ ныҡ тулҡынландырғыс... Хистәрҙә күкрәккә һыймай..)
Бөгөн Радий Хабиров эш сәфәре менән минең тыуған Күгәрсен районында булды.
Мораҡта мәҙәниәт һарайының яңыртылған спорт залын ҡараныҡ. Бында «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» проекты буйынса яҡшы шарттар булдырылған. Зал һәр кем өсөн асыҡ: мәктәп балалары ла, өлкәндәр ҙә килә. Шунда уҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам һәм посылкалар йыйыусы «көмөш» ирекмәндәр менән ихлас аралаштыҡ.
Мәҙәниәт һарайында ремонт эштәрен киләһе йыл артабан дауам итеп тамамлап ҡуйырбыҙ!
Был көндәрҙә районда ике көнлөк «Сәләмәтлек марафоны» бара: ауылдарға Өфө ашығыс ярҙам дауаханаһы табиптары һәм район белгестәре сығып, халыҡты ҡабул итә, тикшереү үткәрә. Ауыл медицинаһы иң тәүҙә уңайлы булырға тейеш – кешеләр район үҙәгенә йөрөп яфаланмаһын өсөн белгестәрҙең ауылдарға сығып йөрөүе яйға һалынған, яйлап яңы ФАП-тар ҙа ҡуйыла. Шулай уҡ быйыл ике йәш педиатрға фатирлы булырға ярҙам күрһәтелде.
Район уҡыусылары республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында даими уңыштарға өлгәшә, шуға күрә шарттар ҙа лайыҡлы булырға тейеш. Хәҙер Мораҡта Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһының төп корпусында капиталь ремонт бара: беренсе этапта ҡыйыҡ, тәҙрәләр, йылытыу системаһы яңыртылған, фасад тамамлана. Бинаның эске өлөшөн киләһе йыл тамамлаясаҡбыҙ.
Һөйөнсө, 2028 йылға Рәсәй мәғәриф министрлығы был гимназияның икенсе корпусында ремонтлау теҙмәһенә индергән! Тимәк, 2028 йылға гимназия капиталь ремонтланған, заманса йыһазландырылған алдынғы уҡыу йортона әйләнәсәк.
Яҡташтарыма ихлас ҡабул итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт. Тыуған яҡта һәр саҡ айырыуса йылы!
Атайсал - көс урыны!