🎓 Башҡортостанда уҡытыусыға һәйкәл асылды
Яңы һәйкәл Мәләүез ҡалаһының Дан бульварындағы төҙөкләндерелгән аллеяла урынлашҡан. Был идеяны педагогик хеҙмәт ветерандары тәҡдим иткән, ә райондың уҡытыусылар берләшмәһе уны хуплаған.
Скульптура ҡулына папка тотҡан классик костюмлы уҡытыусыны һүрәтләй. Уның эргәһендә Николай Некрасов һәм Мостай Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр яҙылған стела урынлаштырылған.
Педагогик хеҙмәт ветерандары шулай уҡ һәйкәл эргәһендә киләсәк быуындарға мөрәжәғәт һалынған ваҡыт капсулаһын ҡалдырған. Уны 2050 йылда асырға ниәтләйҙәр.