... Күпмелер ваҡыт эшләгәс, бер көн һыйыр һауған ҡыҙҙарҙың шырҡылдашып көлгәнен ишетеп, Мәүсилә феләккә һөт һөҙөп ҡойоп торған ерҙән туҡтап тегеләргә ҡараны. Ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһында Рауил тора. Теге ҡыҙҙар Рауилдың Мәүсиләгә ҡарап күҙ ала алмай торғанынан көләләр икән. Рауил да үҙ ауылына ҡайтып, мал ҡараусы булып эшкә сыҡҡан, имеш. Бына шулай ике йәш йөрәк араһындағы тәүге осҡон ҙур мөхәббәткә әүерелде.
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-10/m-tl-ya-mysh-bul-an-h-l-n-zir-ish-olova-4775910
Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-10/m-tl-ya-mysh-bul-an-h-l-n-zir-ish-olova-4775910