🌿 Бир, Хоҙайым🤲!
🕊️ Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,
Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә. 🤲
🌿 Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.
❤️ Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен. 🤲
🌸 Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк… 🕊️
🤍 Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,
Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә🤲.
✍️Фирүзә Абдуллина.
🕊️ Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,
Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә. 🤲
🌿 Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.
❤️ Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен. 🤲
🌸 Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк… 🕊️
🤍 Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,
Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә🤲.
✍️Фирүзә Абдуллина.