БСТ | Яңылыҡтар


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында Республика көнөнә арналған ат сабыштары үтте

Республика көнө уңайынан Башҡортостан район-ҡалаларында спорт һәм мәҙәни саралар дауам итә. Бөгөн баш ҡаланың Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында юртаҡ һәм тоҡомло аттар сабышы үтте. Бәйгеселәр араһында республика башлығы бүләктәре лә уйнатылды. Приз фонды бер миллион һум тәшкил итте.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры 36-сы ижад миҙгелен асты

Ижади коллектив тамашасыларға Нәжиб Асанбаевтың «Хәйбүш түрә, урынбаҫары Мәстүрә» комедияһын тәҡдим итте. Был көндө тамашасылар бинаға килеп инеү менән мөғжизәле сәнғәт донъяһына сумды. Миҙгел асыу тантанаһы театрҙың фойеһында уҡ башланды, артистар ҡунаҡтарға сағыу, бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим итте. Беҙҙең коллективта күп яҡлы талант эйәләре эшләй, улар сәхнәлә уйнау ғына түгел. йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғырҙар ҙа яҙа, ти театр етәкселеге.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡ районында 590 ғаилә «Һөт кухняһы»ның бушлай продукцияһын алған

«Һөт кухняһы»нда-тик сифатлы ризыҡ. Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан республикала балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән система эшләп килә. Былтыр льготалылар иҫәбенә махсус хәрби операция ветерандары ла индерелде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Инспекторҙар баҡсаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерә

Сираттағы рейд Өфө районында урынлашҡан баҡса участкаларында үтте. Рейдтың тап байрам көндәрендә ойошторолоуы нигеҙһеҙ түгел, сөнки ут сығыу осраҡтары күберәк ял мәленә тура килә. Халыҡ был көндәрҙә ҡала ситенә йыйыла, ял итә. Икесенән, көндәр һалҡынайтыу сәбәпле,күптәр йылытыу ҡоролмаларын тоҡандыра. Әммә хәүефһеҙлек талаптары хаҡында онота. Тап уяулыҡты юғалтыу ут сығыуға килтерә лә инде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Шишмә районы уҡыусылары үҙҙәре эшләгән ҡоролмалар менән фронттағы яугирҙарға ярҙам итә

Шишмә районы пионерҙар һарайында шөғөләнеүселәр ғәҙәти шөғөлдәренән тыш, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ла ярҙам ҡулы һуҙа. Техник түңәрәк етәксеһе тәрбиәләнеүселәре менән бергә иң башта яралыларҙы эвакуациялау өсөн еңел арба эшләй. Бер тәгәрмәсле конструкция быға тиклем ҡоролғандарынан ике тапҡырға еңелерәк һәм арзаныраҡ килеп сыҡҡан. Бер тәгәрмәсле носилка тар һуҡмаҡтарҙан еңел үтә, төп ауырлыҡты ла тәгәрмәс үҙ өҫтөнә ала. Был осраҡта яугирҙы ике кеше эвакуациялай ала.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөнөң Гавриил Державин урамында сквер асылды

Йәмәғәт киңлеге яңы балалар баҡсаһы менән 163-сө белем биреү үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Төҙөкләндереү башланғысы менән Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты сығыш яһаған. Комитет 246 социаль объект, 1561 торлаҡ йорт төҙөгән. Сараға килеүселәр өсөн концерт программаһы әҙерләнгән. Кескәйҙәргә уйын майҙансыҡтары эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, бүләктәр тапшырылды. Яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр күп йәшәй, бейек таш йорттар араһындағы был сквер ял, аралашыу урыны буласаҡ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Балтас районы Туҡтай ауылында яңы юл асылды

Был ваҡиғаны урындағы халыҡ күптән көтә ине. Сөнки яҙлы-көҙлө иҫке юл йөрөп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнә. Был ваҡытта уҡыусылар мәктәпкә барып етә алмай, бысраҡ арҡаһында кешеләр цивилизациянан айырыла. Бик күп мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар була. Соҡорҙарҙы ремонтлау ғына проблеманы хәл итә алмай. Шуға ла юлды яңыртырға ҡарар ителә. Бүленгән 15 миллион һум аҡсаға ҡырсынташ түшәлә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Бөрйән районы Республика көнөн яңы балалар майҙансығы һәм байрам саралары менән ҡаршыланы

Бөрйән районы Республиканың төп дәүләт байрамын көҙгө уңыш йәрминкәһе, яңы социаль объекттар, бай йөкмәткеле байрам тантанаһы менән ҡаршы алды. Сарала Бөрйәндең үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде, район сәхнә оҫталары сығыш яһаны.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ҡурай көнө уңайынан Өфөлә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең ҙур тамашаһы үтте

Ижади коллектив өсөнсө миҙгелен йола буйынса «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә билдәләне. Тамашасы иғтибарына ансамбль солистары башҡорт халыҡ йырҙарынан алып хәҙерге заман композицияларына тиклемге сығыштарын тәҡдим итте. Көслө алҡыштар менән үрелеп барған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ҡурай көнө менән ҡотланы

Был байрам ике йыл элек барлыҡҡа килде. Ҡурай көнөн үткәреү, Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә, халҡыбыҙҙың рухи нигеҙҙәрен нығытыуҙы, ҡәҙерле ҡомартҡыбыҙҙы яңынан-яңы быуындарға тапшырыуҙы, ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайныҡ. Хаҡ юлда булыуыбыҙға шикләнмәйем. Ынтылыштар уртаҡ икән, маҡсаттар мотлаҡ тормошҡа ашыр. Байрам менән, дуҫтар!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсете сағыу төҫтәрҙә балҡыны

Республика көнө алдынан иман йортонда һәр кемде хайран итерлек уттар ҡабынды. Баш ҡаланы тағы ла гүзәлерәк иткән төнгө матурлыҡты менән БЮТ ижади төркөмө барып күрҙе.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Республика көнөндә Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асылды

Тарихи биләмәгә заманса һулыш. Республика көнө уңайынан бөгөн Өфөлә Ленин исемендәге парк рәсми асылды. Ике йыл дауамындағы күләмле төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан башлығы һәм йәмәғәт контроле күҙәтеүендә барҙы. Һөҙөмтәлә биләмә танымаҫлыҡ булып заманса төҫ алған. Күптәрҙең йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөргән парктың фонтанынан да хәҙер йыр ағыла.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә Башҡортостандың элекке етәксеһе Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды

Република көнө уңайынан Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты беренсе секретары, социалистик хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асылды. Тантанала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Башҡортостанда Республика көнө алдынан хеҙмәт алдынғылары дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Эштәге ҡаһарманлығы менән Башҡортостандың заман тарихын яҙыусыларға-юғары дәүләт наградалары. Республика көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғылары маҡтаулы исемдәр, орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ тантаналы сара сиктәрендә «Хеҙмәт династиялары» конкурсы еңеүселәре тәбриклдәнде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә Шайморатов класында уҡыусылар Ватанға тоғролоҡҡа ант бирҙе

Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Шайморатов класында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш ҡаланың Совет майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан биш йөҙҙән ашыу бала йыйылды. Радий Хәбиров буласаҡ Ватан һаҡсыларын шайморатовсыларға бағышланы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта дәүләт наградалары тапшырылды

11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Үзбәкстан делегацияһы «Республикалар Кубогы»нда ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде

Ҡунаҡтарҙы аэропортта милли бейеүҙәр, ҡурай моң һәм тәм-том менән ҡаршы алдылар. Ярышта сит илдән 50 кеше ҡатнаша. Был спортсылар, тренерҙар штабы һәм судьялар. «Республикалар Кубогы» баш ҡаланың Көрәш һарайында 11 октябрҙә үтә. Программаға милли көрәш, билбау, дзюдо һәм грек-рим көрәше буйынса спорт төрҙәре ингән. Турнир иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Баймаҡта «Илаһи ҡурай моңо» концерты үтте

Баймаҡтар ҡурай моңона солғанды. Район мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын данлаған «Илаһи ҡурай моңо» исемле. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте

Көҙҙөң иң сағыу мәҙәни ваҡиғаһы. Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы үтте. Бөйөк эпос буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәре «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса бойомға ашырылған.
Спектакль боронғо зирәклек менән заман тамашасыһы араһындағы күперҙе сағылдыра. Актерҙарҙың маҡсаты-меңәр йылдар элек бирелгән һорауҙарҙың бөгөн дә көнүҙәк яңғырауын күрһәтеү. Был изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, юғары маҡсат өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм батырлыҡ өлгөһө.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Республика журналистары Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалды

Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Әхмәт улы 1896 йылдың 9 октябрендә донъяға килгән. Быйыл уның тыуыуына 130 йыл билдәләнә. Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йәшендә вафат булған, әммә ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырырға өлгөргән.

Показано 20 последних публикаций.