"ЮЛДАШ" радиоhы 105.5 Fм


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика
Фильтр публикаций


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Теүәл бер сәғәттән Красноусолда осрашыуҙы башлайбыҙ.

Беҙ әҙер! Сәхнә ҡоролған, артистарҙың кәйефе шәп, ут һәм тауыш көйләнгән.

❗️МАКС каналда күҙәтеп барырға онотмағыҙ: ➡️ max.ru/uldash_fm


Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгендә шәжәрә төҙөргә өйрәтәләр.

28 ноябрҙә бында лекциялар була. Халыҡ тормошонда шәжәрәнең роле, ғәрәп телендә яҙылған боронғо документтарҙы уҡыу, ғаилә тарихын өйрәнеү буйынса сығыштар ҡаралған.

📍Инеү ирекле, алдан яҙылырға кәрәк. "Турахан" визит үҙәге Шишмә районы Үрге Тирмә ауылында урынлашҡан.


Ҡаршы ал, Красноусол! Беҙ киләбеҙ!

«Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып, бөгөн һеҙҙең менән күрешергә ашығабыҙ. Осрашайыҡ әле, дуҫтар! Беҙгә хәйерле юлдар!

Йыр-моңло осрашыуҙы тулыраҡ беҙҙең МАКС каналда яҡтыртабыҙ.
max.ru/uldash_fm

Яҙылығыҙ, ҡушылығыҙ!


✨ Изге эштәр берләштерә!

«Юлдаш» радиоһы «Журналист-ирекмәндәр» төркөмө штабын биҙәп торған маскировка селтәрен “Оберег” төркөмө волонтерҙары үргән.

Ойошма Октябрьский ҡалаһында эшләп килә. Яратҡан радиобыҙҙың атамаһы менән әҙерләнгән япманы эшләүҙә Надежда Александровна Купцова айырыуса әүҙемлек күрһәткән.

🙌 «Оберег» ойошмаһының оло йөрәкле ирекмәндәренә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ. Беҙ бергә!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
«Юлдаш»ты окоптарҙа ла тыңлайҙар.

Башҡортостан Башлығының хәрби мәсьәләләр һәм Рәсәй ғәскәрҙәре менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин «Юлдаш» радиоһы эфирында булды. Артур Ғәлимйән улы менән журналист Гүзәл Ситдиҡова әңгәмәләште.

Яугирҙар уны яратып «Батя» тип йөрөтә. Интервьюла ул Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальонын булдырыу тарихы менән уртаҡлашты.

Эфир аҙағында «Батя» яугирҙарға сәләм еткерҙе. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандың бөтә батальондарында ла «Юлдаш»ты окоптарҙа һәм блиндаждарҙа яратып тыңлайҙар. Видеояҙмала Артур Йомағужин менән әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

🎙 Тапшырыуҙы тулыһынса бөгөн ⏰ 18:05 сәғәттә тыңлағыҙ.


Коллегабыҙ, концерт яҙҙырыу студияһының тауыш режиссеры
Азат Әмирхановтың тыуған көнө.

Азат беҙҙең йыр-моңдарҙың, концерттарҙың юғары кимәлдә үтеүенә, үҙ эшенә бар күңелен һалған талантлы белгес. Илһам шишмәң бер ҡасан да һайыҡмаһын, тормошоңдо бары моңло көйҙәр, яҡшы яңылыҡтар һәм яҡты мәлдәр генә биҙәһен.

Сәләмәтлек, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.


Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды.

Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр дауам итә.


🏫 Баймаҡ лицей-интернатына - 70 йыл

1956 йылда Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Темәстә асылып, артабан Баймаҡҡа күсерелгән һәм бөгөн заманса Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты булып танылған белем усағына 70 йыл тулды.

Ошо йылдар эсендә мәктәп ҙур үҫеш юлы үтә. 2024 йылда федераль программа буйынса капиталь ремонттан һуң, ул яңы статуста – полилингваль уҡыу йорто булараҡ ишектәрен аса. Бында балалар бер нисә телдә иркен һөйләшергә өйрәнә һәм киләсәккә ныҡлы нигеҙ ала.

Бөгөн бында 312 бала заманса белем ала, 42 тәжрибәле, юғары исемдәр йөрөткән педагог уҡыта.

Лицей үҙенең данлыҡлы уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана. Бик күп билдәле шәхестәр, фән докторҙары, ғалимдар, табиптар һәм педагогтар ҙа ҡасандыр ошо мәктәп партаһы артында ултырған. Улар рәтендә: юридик фәндәр докторы Зөфәр Йәнекәев, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлнур Латыпова, биология фәндәре докторы Йәлил Һөйөндөков, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғолов, билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡәйепҡолов һәм башҡалар.

Тап ошо лицейҙы беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ – «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева һәм «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы Сәриә Рамазанова тамамлаған.

Беҙҙең тыңлаусылар араһында Баймаҡ лицей-интернатында уҡығандар бармы?


✅ Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай бөгөн пленар ултырышҡа йыйыла.

Депутаттар республиканың киләһе өс йылға бюджет проектын ҡарай, шулай уҡ ишле ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам саралары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы башҡа көнүҙәк мәсьәләләр сығарыла.


✅ Өфөлә бөгөн “Беҙҙең бренд” фестивале башлана.

Унда республикала етештерелгән иң яҡшы аҙыҡ-түлек өлгөләре тәҡдим ителә. Фестиваль 26-28 ноябрҙә Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә үтә.


✅“Берҙәм Рәсәй” халыҡты ҡабул итеү декадаһын башланы.

Бөгөн төбәк һәм урындағы йәмәғәт бүлмәләрендә белгестәргә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

✅ “Юлдаш” радиоһы Ғафури районы үҙәгендә дуҫтарын йыя.

Бөгөн Красноусол мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сағыу тамаша тәҡдим ителә. Байрамда радионың алып барыусылары һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнаша. Йыр-моңға бай сараға килеүселәрҙе төрлө конкурс, бүләктәр көтә. 12+

✅ Өфөлә бокс буйынса халыҡ-ара турнир үтә.

Беҙҙең республика исеменән Артур Собханғолов һәм Азалия Әминева сығыш яһай. Бөгөн спортсылар ҡаланың “Өфө-Арена” боҙ һарайында 19:00 сәғәттә көйәрмәндәр менән осраша.

✅ Салауат Юлаев үҙ майҙанындағы уйындары серияһын тамамлай.

Бөгөн Өфөлә Минскиҙан “Динамо” командаһы менән осрашыу ҡаралған. Ул 19:00 сәғәттә башлана. БСТ уйын барышын тура эфирҙа күрһәтә.


❄️Яңы көн менән!

Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы болотло булыуы, урыны менән епшек ҡар яуыуы көтөлә. Юлда боҙлауыҡ.

Ел көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы республикала 0, -5, Өфөлә 0, -2 градус һалҡын.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
🪗 25 ноябрь — Гармунсылар көнө!

Гармун моңо күңелдәргә дәрт һәм йылылыҡ өҫтәй, халыҡтың тарихын һәм рухын һаҡлай. Байрамығыҙ менән, гармунсылар

📽️Видеола «Юлдаш» радиоһының дәртле егеттәре Рушан Ҡәләмов һәм Айгиз Килдебаев


🚌 Башҡортостанда йәмәғәт транспортында «Бер һумға йөрөү» акцияһы башлана

1 декабрҙән пенсионерҙар һәм мөмкинлеге сикләнгән кешеләр автобуста, троллейбуста һәм трамвайҙа ташлама менән йөрөй ала.

Унда нисек ҡушылырға? ⤵️
Үҙ исемегеҙгә булған «Мир» картаһын «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәргә кәрәк. Шунан һуң бер айҙа 60 тапҡыр йөрөү мөмкинлеге бирелә.

Мәҫәлән, автобусҡа барыу 46 һум тора. Башта һәр юл йөрөү өсөн картағыҙҙан 1 һум алына, ҡалған хаҡты компенсация ҡаплай. Компенсацияның 1200 һумлыҡ лимиты бөткәс, айҙа ҡалған йөрөүҙәр бушлай була. 46 һумлыҡ тариф менән 60 тапҡыр йөрөһәгеҙ, бөтәһе 27 һум ғына түләйһегеҙ.

Ташлама карта теркәлгән айҙан һуңғы айҙың 1-се көнөнән ғәмәлгә инә. Мәҫәлән, ноябрҙә теркәһәгеҙ — декабрҙә йөрөй башлайһығыҙ.

Акция һынау режимында мартҡа тиклем эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте шылтыратып белергә мөмкин: 8 800 100 54 64


🪖Муса Гәрәев исемендәге батальонға яугирҙар йыйыу дауам итә

Кем пилотһыҙ системалар операторы була ала? Талаптар:
— 18 йәштән өлкән Рәсәй Федерацияһы гражданы булған ир-егеттәр;
— һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ категорияһы — «А»;
— хөкөм ителмәгән булыу;
— БПЛА операторҙары — 35 йәшкә тиклем, техник белгестәр— 45 йәшкә тиклем.

Контракт бер йылға төҙөлә, уҡытыу бушлай.

Тулыраҡ мәғлүмәтте шылтыратып белешергә: +7 (995) 948-65-41, +7 (908) 358-00-00. Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса килергә мөмкин.


💚 «Салауат Юлаев» хоккей клубына — 65 йәш!

1961 йылдың 25 ноябрендә «Салауат Юлаев» спорт клубы СССР беренселегендә тәүге рәсми матчын уҙғара.

Сергей Михалёв етәкселегендә команда Рәсәй чемпионатының алтын миҙалдарын яулай, ә Вячеслав Быков менән Гагарин кубогына эйә була.

Команданың тыуған көнө 26 ноябрҙә Минскиҙың «Динамо»һына ҡаршы уйын ваҡытында билдәләнә. Көйәрмәндәрҙе клуб легендалары менән автограф-сессия һәм AY YOLA төркөмө сығышы көтә.


🚧 М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнә

25 ноябрҙә 16:00 сәғәттән Иглин районында М-5 «Урал» трассаһының 1494–1548-се саҡрымдарында пассажирҙар ташыусы автобустар, маршрут таксиҙары һәм йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә.

📌 Сикләүҙәр Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе йүнәлешендәге юл өлөштәренә ҡағыла.


📲Башҡорт телен үҫтереүгә арналған портал булдырылды

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

"әйҙә.рф порталы – ябай сайт түгел, ә башҡорт телен һанлы мөхиттә һаҡлаусы һәм үҫтереүсе экосистема. Бында телде өйрәнеү өсөн заманса проекттар ҙа, бәләкәстәргә йәнһүрәттәр ҙә, өлкәндәр өсөн архив материалдары ла табырға мөмкин. Башҡортса һөйләшеү, туған телдә контент булдырыу – заманса, көнүҙәк һәм был беҙҙең киләсәк", тине Республика Башлығы.

Порталда башҡорт телен өйрәтеү буйынса методик әсбаптар, тәржемә итеү бүлеге, телде өйрәнеүгә арналған онлайн курс һәм башҡа проекттар бар.


🏥Нефтекаманан шәфҡәт туташы хәрби госпиталдә яугирҙарға ярҙам итә

Нефтекамала йәшәүсе Зиләра Ғилмиянова, шәфҡәт туташы сертификаты алып Махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итә. Башта ул Белореттағы ялан госпиталендә эшләгән, ауыр яралыларҙы ташыған, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән.

Был уның тәүге сәфәре түгел. Быйыл яҙ Зиләра Ғилмиянова республиканың «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар отряды составында Луганск Халыҡ Республикаһындағы хәрби госпиталдә эшләгән. Августа Донецкиҙа бер айҙан ашыу яралыларҙы тәрбиәләгән.

Нефтекама мэры Эльдар Вәлидов хәбәр итеүенсә, ауыр һәм хәүефле шарттарға ҡарамаҫтан, Зиләра Мәғрүфйән ҡыҙы яугирҙарға ярҙам итеүен дауам итергә ниәтләй. Ғинуарҙа ул йәнә хәрби госпиталгә юлланасаҡ.


🌿 Хәйбулла районынан Гүзәл һәм Ришат Ильясовтар ғаиләһе халыҡ-ара "Мәҙәниәттәр Палитраһы" конкурсында еңеү яуланы.

Улар ике номинация буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Ижади проект Рәсәй халыҡтарының тел һәм этномәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ижади ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ.

🎼 Ильясовтар “Юлдаш” радиоһында үткән “Минең ғаиләм” конкурсында ла еңеү яуланылар.


💢 Башҡортостан республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт тулы Ғәзизов менән әңгәмәне подкаста тыңлағыҙ: https://vk.ru/wall-4647320_762884

🎧 Ҡараш. ҺЕҘҘЕҢ тормошҡа ҡараш. Тормошҡа ҺЕҘҘЕҢ ҡараш.
Авторы - Миләүшә Ғәлиева.


Изменилось закреплённое сообщение чата
Закрепленное сообщение

Показано 20 последних публикаций.