Башҡорт донъяһы


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Познавательное



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Йырланмаған йырым һин...» спектакленең «Йәнекәй» тигән шәп ансамбле 10 октябрҙә театрҙа осрашырға саҡыра! 🔥

📍 10 октябрь 18:00 сәғәттә - «Йырланмаған йырым һин...»/ «Неспетая песня моя...» спектакле (В.Исхаҡов, режиссер А.Абушахманов). 16+


📌 "Дим биҙәктәре" - Миәкә бренды

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә бер көндә 248 кеше сығыш яһаған.

Быға "Дим биҙәктәре" фольклор коллективтарының республика фестиваль-конкурсы булышлыҡ иткән.

📍 Сараға Бишбүләк, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Миәкә райондарынан 16 коллектив килгән. Уларҙы компетентлы жюри баһалаған.

Береһенән-береһе һәләтле, сағыу, үҙенсәлекле сығыштар араһында еңеүсене һайлауы бик еңелдән булмаһа ла, һис шикһеҙ, иң лайыҡлылар билдәләнгән.

🏆 Гран-приҙы Миәкә районынан "Дим биҙәктәре" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яулаған, етәксеһе Әнисә Шәйһәрҙәнова;

🥇 1-се урын - Бишбүләк районы Баҙлыҡ күп функциялы ауыл клубының "Çăлкуç" ("Шишмә") сыуаш халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Ирина Игнатьева;

🥈 2-се урын - Стәрлебаш районынан "Ибраҡай таңдары" халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Әнисә Мөхәмәтйәнова;

🥉 3-сө урын - Туймазы районы Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортоноң "Төмәнәк" татар халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Раушания Зарипова.

🥉3-сө урын - Миәкә районынан "Әхирәттәр" татар фольклор коллективы, етәксеһе Гөлсәсәк Ҡадирова.

🔹 Шулай уҡ "Урындағы башҡарыу йолаларының үҙенсәлеген һаҡлаған өсөн" номинацияһында бүләкләнеүселәр билдәләнгән.

Сәмле һәм фәһемле конкурстан һуң, бик файҙалы түңәрәк ҡорға йыйылып, тәжрибә уртаҡлашҡандар, уртаҡ мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булған.

💯 "Бөтә еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым! Яңы ижади үрҙәр, һүнмәҫ илһам һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем. Йәнтөйәгебеҙҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәт",

- ти Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров.


📌"Ғарипов уҡыуҙары - 2026" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡыралар.

Фәнни сара 2026 йылдың 28 октябрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә.

💯 Ғилми мәҡәләләрҙе 15 октябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк.
2026 йылдың 30 ноябрендә йыйынтыҡтың донья күреүе көтөлә.


"Ғарипов уҡыуҙары"на Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, уҡытыусылар, докторанттар, аспиранттар, дәғүә итеүселәр, ғилми етәкселәре менән авторҙаш магистраттар һәм бакалаврҙар ҡатнашырға саҡырыла. Конференция ситтән тороп үтә.

📍 Ғилми эштәрҙең төп йүнәлештәре:
🔹 дөйөм һәм төбәк тел ғилеменең актуаль мәсьәләләре;
🔹 рус телен дәүләт, туған тел булмаған осраҡта һәм сит тел булараҡ өйрәнеү һәм уҡытыу мәсьәләләре;
🔹 рус әҙәбиәте, Рәсәй халыҡтары һәм сит илдәр әҙәбиәттәре мәсьәләләре һәм перспективалары;
🔹 гуманитар тикшеренеүҙәр: Евразия халыҡтарының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге.

❓ Нисек ҡатнашырға:
🔹 дистанцияла (онлайн бәйләнеш ярҙамында доклад яһау);
🔹 ситтән тороп (мәҡәлә баҫтырыу);
🔹 дистанцион-ситтән тороп (сығыш яһау һәм мәҡәлә баҫтырыу).

Конференция һөҙөмтәһендә eLIBRARY.RU фәнни электрон китапханаһында индексацияланған һәм РИНЦ исемлегенә индерелгән электрон мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрәсәк.

📍 Тулыраҡ мәғлүмәт М. Аҡмулла исемендәге БДПУ сайтында:
🔗 bspu.ru/news/43981


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
📌Бөгөн Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә.

📍 Сара Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә бара.

🔹 Уның сиктәрендә бай күргәҙмә әҙерләнгән, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған.

🔹 Конференция аҙағында Башҡортостандың Ҡурайсылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк.

Видео: Республика халыҡ ижады үҙәге төшөргәндәрҙән.


📌 "Күп милләтле республика халҡы исемен ил башлығы Владимир Владимирович Путинды тыуған көнө менән ҡотлайым", - тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

🔹 Ҡотлау һүҙҙәрендә ул Рәсәй Президентының Башҡортостанға һәр ваҡыт иғтибар бүлеүен, уның ярҙамында бындағы мөһим социаль һәм инфраструктура объекттары, мәғариф, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге төҙөлөштәр атҡарылыуын билдәләгән.

💯 "Башҡортостан илдең терәк төбәге булды һәм мәңге шулай булып ҡаласаҡ. Бөтә республикабыҙ менән Президенттың ҡарарҙарын хуплайбыҙ. Еңел булмаған осорҙа яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡлай. Бөтә ил менән бергә киләсәк Еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ – халҡыбыҙ, сәнәғәтебеҙ, бөтә республикабыҙ шуға хеҙмәт итә.
Фронтҡа ярҙам итеү менән бер рәттән, социаль-иҡтисади үҫеште, социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙе, ғаиләләрҙең именлеген күтәреүҙе лә онотмайбыҙ. Был да дәүләт Башлығы алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙың береһе. Барыһын да мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ.
Хөрмәтле Владимир Владимировичҡа ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, Рәсәй хаҡына яңы ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйем!"

- тигән Радий Хәбиров.

Изге теләктәргә ҡушылабыҙ 🙏


📌 Уҡытыусылар һүҙен 2050 йылда беләсәкбеҙ.

Мәләүез ҡалаһының Дан бульварында быйыл ҡуйылған Уҡытыусы һәйкәленә ваҡыт капсулаһын һалғандар.


🔹 Тантанала район уҡытыусылары һәм педагогия хеҙмәте ветерандары ҡатнашҡан. Киләсәк быуындар мөрәжәғәтте 2050 йылда асып уҡыясаҡ.

📍 Әйткәндәй, Уҡытыусы һәйкәлен "Уңайлы ҡала шарттарын булдырыу" федераль проекты сиктәрендә эшләгәндәр. Унда ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы һынландырылған, стелалағы яҙыуҙа Николай Некрасов һәм Мостай Кәрим шиғырҙарынан өҙөк килтерелгән.


🕌 Хәйерле иртәне киске Өфө күренештәренән башлайыҡ әле: "Әр-Рахим" мәсетендә төҙөлөш дауам итә, яңы яҡтылыҡ системаһын һынайҙар.

Хәҙер изге йорт, баш ҡаланың визит карточкаһы төрлө төҫтәр менән балҡып торасаҡ👍

121 2 10

📌6 октябрь - Бөтә донъя йәшәү урындарын һаҡлау көнө беҙгә тағы ла бер ҡат тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында хәтерләтә.

Был иҫтәлекле көн 1979 йылдан бирле билдәләнә.

💯 Кеше бик күп асыштар яһаған, күп нәмәгә өйрәнгән: машиналар уйлап тапҡан, Айға осҡан, роботты бейергә өйрәткән һ.б. Әммә талпандарҙы, Стеллер һыйырын, Бербер арыҫланын кире барлыҡҡа килтерә алмай.
Йәнлектәр донъяһында ниҙер юҡҡа сыға икән - мәңгелеккә.


📍 Бөгөн Башҡортостанда төрлө кимәлдәге айырыуса һаҡлаулы тәбиғәт территориялары бар: Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркы, "Башҡортостан" милли паркы, заказниктар, тәбиғәт ҡомартҡылары, геопарктар.

🔹 "Янғантау" һәм "Торатау" - Рәсәйҙә берҙән-бер халыҡ-ара кимәлдәге геопарктар, улар ЮНЕСКО геопарктары глобаль исемлегенә индерелгән.


💯 Шулай уҡ республикала юғалған төрҙәрҙе тергеҙеү буйынса ла эштәр атҡарыла. Мәҫәлән, 2023 йылдан алып, "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында зубрҙарҙы үрсетәләр - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса.
🦬 Был хайуандар борон Башҡортостан территорияһында йәшәгән - Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәре бар.
🦬 Зубрҙарҙы тергеҙеү өсөн Беларусь Республикаһынан 18 баш килтерелде, бөгөн уларҙың һаны 33-кә еткән - быҙаулағандар.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
❓ Ҡурай көнөн нисек байрам итәбеҙ?
✅ 10 октябрҙә Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Ул 2024 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы булдырылды: нәҡ ошо көндә БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең тәүге концерты үтте.

🔥 2026 йылда Ҡурай көнөнә арналған саралар бөгөн, 6 октябрҙә үк башланды: Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Йәш музыка һөйөүселәргә Венер Йылҡыбаев ҡурайҙа, Гүзәл Үмәрғәлина - думбырала, Ольга Әминева - ҡыл ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте.

🔹 7 октябрҙә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Унда фекер алышыу, Й. Иҫәнбаевтың Хәйбуллалағы музейынан күргәҙмә, башҡорт милли уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Йәш ҡурайсыларҙы ижади берләшмәгә ағза итеп алыу көтөлә.

🔹 8 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейында "Ҡурай - Уралдың сал тауышы" ҡунаҡ бүлмәһе эшләй: билдәле ҡурайсы һәм сәнғәт эшмәкәре Юлай Ғәйнетдинов менән ҡыҙыҡлы осрашыу була. Музей фонды ндағы үҙенсәлекле ҡомартҡылар менән дә танышыу мөмкинлеге бар.

🔹 9 октябрҙә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында республиканың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концерт ҡуя. Шәп тамаша буласаҡ! 👏

🔹 14 октябрҙә сәғәт 16:30-ҙа "Урал" этноүҙәгендә Дим Мөжәүиров ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәсәк.

🔹 Ҡурай көнөнә бағышланған саралар Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларында ла ойошторола. Мәҫәлән, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 8 октябрҙә "Көҙ байлыҡтары – 2026" ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Һинең барлығыңды мин беләм... ❤️

Видео: Аделия Латипова һәм Әзизә Закирова.


📌 "Аҡбуҙат" эпосы буйынса - перфоманс!

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса театр йәнһүрәте - мультимедиялы перфоманс проектын тормошҡа ашырған.

🔥 Премьераһы 15 октябрҙә.


🔹 Проект театрҙың "Аҡбуҙаттың тылсымлы күле" ("Озеро заколдованного коня") спектакле нигеҙендә эшләнгән. 2024 йылда ул "Алтын битлек" милли театр премияһына тәҡдим ителгәйне.

🔹 Йәнһүрәттә спектаклдең үҙенсәлектәре һаҡланған. Уның сценарийын Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһы буйынса Владимир Аношкин яҙған. Ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Компьютер графикаһын «ART‑Media» студияһы эшләгән.

🔹 Был эш "Халыҡ-ара мәҙәни үҙәктәр" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

🔹 Әйткәндәй, «ART‑Media» креатив индустриялар студияһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ҡарамағында эшләй. Ул Рәсәйҙә берҙән-бер.

Өр-яңы тамаша төрөн беренсе булып ҡарағыҙ! 🔥


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
❓ Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиаданың бер көнө үтте, ҡатнаштығыҙмы?

✅ Юҡ икән, ошо сайтҡа инеп, basholimpiada.ru/ һорауҙарға яуап бирегеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кем ҡатнаша ала. Сөнки һорауҙар төрлө ҡатмарлыҡта: башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар, башҡорт теленең диалекттары.

📍 Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды.

Видео: "Сәләм" тапшырыуы.


Таң шикелле балҡый йөҙө,
Маңлайында юҡ бер һыр.
Леп-леп типкән ҡыҙ йөрәге -
Әле йырламаған йыр.

Ҡадир ӘЛИБАЕВ.

Хәйерле көн ☀️

Фотолағы һылыуҙы танынығыҙмы? 😍

Фото: Ләйсән Ибраһимова.

137 3 12

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
💛 Ығы-зығылы, байрам кәйефле көн шулай үтеп тә китте. Өйҙә яҡындар менән, йәки бер үҙең тыныс ҡына ултырып сәй эсә, йомғаҡ яһай һәм иртәгә яңы көс-ҡеүәт туплап, дәртләнеп тороп китергә үҙеңде көйләй торған мәл...

Тәмле төштәр алдынан ошо видеоны ҡарау мотлаҡ 🦢

📍 Баймаҡ районы, Талҡаҫ күле

Видео: Әлиә Йәнекәйева.


📌 1207 ЙЫЛЛЫҠ ХЕҘМӘТ - КИЛӘСӘК БЫУЫН МӘНФӘҒӘТЕ ӨСӨН

Уҡытыусылар көнөндә быйыл "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" V Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында еңеүселәрҙең береһе - яҡташыбыҙ Ләйсән Хәсәнова менән таныштырып китмәксебеҙ.

🔹 Ләйсән Хәсәнова Липецк ҡалаһында үткән һөнәри конкурста "Быуындар күсәгилешлеге өсөн" номинацияһында еңеү яуланы. Ул Өфө ҡалаһының А.И. Хохлов исемендәге Белем биреү үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

🔹 Илдең 87 төбәгенән 131 педагог араһында шундай уңышҡа өлгәште ул.

🔥 "Быуындар күсәгилешлеге" Ләйсән Миңлеәхмәт ҡыҙы өсөн буш һүҙ түгел: уның ғаиләһенең дөйөм хеҙмәт стажы 1207 йыл.

🔹 Олатаһы Ибраһим Сабир улы 40 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлай, ваҡытында билдәле башҡорт тел ғалимы Джәлил Кейекбаев менән бергә эшләй. Әсәһе - математика уҡытыусыһы.

💯 "Уларҙың юлын ғорурланып дауам итәм. Башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре туған телдең һәм мәҙәниәттең байлығын һаҡларға һәм йәш быуынға тапшырырға, балаларҙы тамырҙарын өйрәнергә илһамландырырға, уларҙың уңыштарын күрергә һәм бергә үҫешергә мөмкинлек бирә",

- ти Ләйсән Хәсәнова.


📌 КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1969-1987 йылдарҙа беренсе секретары, СССР Юғары Советының 7-11 саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе Миҙхәт ШАКИРОВТЫҢ тыуыуына - 110 йыл.

🔹 Миҙхәт Закир улы Шакиров 1916 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте башҡорт.

🔹 Атаһы — күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакиров (1881—1968; хәҙерге Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан), әсәһе — Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы (Ябалаҡ ауылынан). 

🔹 Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1932 йылда урындағы паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

🔹 1941 йылда Бежеца машиналар эшләү институтының иретеп-йәбештереү буйынса инженер-механик һөнәрен ала.

🔹 Һуғыш йылдарында Ворошиловград заводы менән Өфөгә эвакуациялана.

🔹 Төрлө яуаплы урындарҙа эшләй.

🔹 1969 йылдың июленән 1987 йылдың июненә тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы.

🔹 Миҙхәт Закир улы 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән.

📍 Был аҙнала, Республика көнө уңайынан үткәрелгән тантаналы саралар араһында Миҙхәт Шакиров исемендәге скверҙы төҙөкләндергәндән һуң асыу ниәтләнә. Ошонда шәхестең һәйкәле лә буласаҡ. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.


❓ Башҡорт архитектураһы ниндәй?

✅ Был һорауға яуапты билдәле ғалим-этнограф Светлана Шитованың "Башҡорт ауылдарында архитектура биҙәктәре тарихы" тигән китабында табырға мөмкин.

🔥 Бөтә донъя архитектура көнөндә башҡорт архитектураһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт беләйек.

🔹 Был хеҙмәтендә ул айырыуса тәҙрә ҡапҡастарына ҙур иғтибар бүлә: башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе 8 районға бүлеп, һәр береһенә хас үҙенсәлектәрҙе, биҙәк төрҙәрен тасуирлай.

🔹 Мал аҫрап йәшәгән райондарҙа киң урындыҡтар йорттоң урамға ҡарап торған яғында урынлашҡан һәм тәҙрә уйымы тәпәш итеп эшләнгән.

💢 Урал аръяғының көнсығышын өйрәнгән Д.П. Никольский мәғлүмәттәренә ярашлы, тәҙрә тупһаһы менән иҙән араһы ярты метрҙан да артмаған.

🔹 Ҡунаҡ бүлмәһендәге тәҙрәләрҙе шулай түбән уйыу осрағын 1909 йылда Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡол ауылында венгр ғалимы Дьюла Месарош фотоға төшөрөп алған. Унда урындыҡ булмаған, иҙәнгә келәмдәр түшәлгән.

🔹 Төрлө яҡтарҙа тәҙрәләр төрлө бейеклектә урынлашҡан. Көньяҡ райондарҙа өйгә тәҙрә аша тыштан ҡарап булған.

🔹 Таулы яҡтарҙа, айырыуса Башҡортостандың төньяғында, йорт аҫтында мөгәрәптәр эшләнгән булһа, тәҙрәләр бураның 5-6-сы ниргәһенә (венец) уйылған.

💯 "Башҡорт ауылдарындағы яңы йорттарҙа биҙәк төрҙәренең сиге юҡ кеүек тойола. Йыш ҡына боронғо йорттарға ҡарап һырланған өлгөләрҙе лә осратырға мөмкин. Иң камил эшләнгән һырлы биҙәктәрҙең төрҙәре төрлө ерҙәргә таралған. «Йүгергән һыуһарҙар» мотивы менән биҙәлгән тәҙрә баштары Ағиҙел ағымының уртаһында (Иглин, Архангел райондары) ғына түгел, ә Ағиҙел йылғаһының һул ярында (Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондары), шулай уҡ күпкә көнсығыштараҡ — Инйәр бассейнында ла осрай. Элек Ишембай районы өсөн хас булған тәҙрә ҡашағаларындағы уйыу өлгөләре Бөрйән, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында ла танылыу алған",

- тип яҙа Светлана Шитова.

📍 Йорт төҙөһәгеҙ, ошо һылтанма буйынса күсеп, боронғо өлгөләргә ҡарап илһам алығыҙ.


📌 "Башҡортса һүҙ уйыны" - бушлай онлайн-тренажёр эшләгәндәр!

Уны АйнаТекст проекты эшләгән. Уйын бик ябай - башҡортса һүҙҙе бирелгән 4 тармаҡтың ҡайһыһына мөнәсәбәтле булыуын билдәләргә кәрәк. Уны смартфонда йәки интерактив таҡтала уйнатыуы уңайлы.

💢 Уҡытыусы өсөн файҙаһы күп, ти эшләүселәр:
🔹 500-ҙән ашыу һүҙ һәм 90-ға яҡын тема («Ғаилә»нән алып «Башҡорт ырыуҙары» һәм «Башҡортостан райондары»на тиклем).
🔹 биш минутлыҡ уйын: дәрес башында телде асыу (разминка) йәки аҙағында теманы нығытыу өсөн шәп тренажер.
🔹 артыҡ мәшәҡәтһеҙ: күсереп алырға ла, теркәлергә лә кәрәкмәй, реклама ла юҡ.

"Дәрестәрҙә ҡулланығыҙ, ата-әсәләр чатына ебәрегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә уйнап ҡарағыҙ! Һәр кимәл аҙағында дәртләндереүсе «Афарин!» 🎉 көтә",

- тип яҙған Рөстәм Нурыев.

📍 Уйнау өсөн һылтанма аша күсеү ҙә етә: https://aynatext.ru/games/bashkir-solitaire/


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
📌 "Йәйләү"ҙәр һаны артасаҡ!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йәш туған тел уҡытыусылары менән осрашыуҙа был хаҡта ышаныслы итеп:
"Мотлаҡ арттырасаҡбыҙ"

, - тине.

Был мәсьәләне Өфө ҡалаһының 5-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Һәргәева күтәреп сыҡты. Ул башҡорт телен башланғыс кластарҙа дәүләт теле булараҡ уҡыта. Балаларға телле өйрәтеү өсөн "Йәйләү" кеүек лагерҙар бик мөһим, ти.


УҠЫТЫУСЫ

Уҡытыусы –
Һыу ҡойоусы
Гөл-сәскәләй үҫкән йөрәккә.
Хеҙмәт өсөн рәхмәт көтмәй
Һәм ҡыҙыҡмай исем-шөһрәткә.

Уҡытыусы –
Уҡ атыусы
Наҙанлыҡҡа, хурлыҡ, золомға.
Бейек үрҙәр яулаһаң да,
Маяҡ булып ҡала юлыңда.

Уҡытыусы –
Ҡот тотоусы
Тыуған ере, гәзиз илендә.
Ил бәхете, ил ҡеүәте –
Уҡытыусы биргән белемдә!

Мөнир ИҠСАНОВ.

💐 Аҙнаны иң күркәм байрамдан - Уҡытыусы көнөнән башлайбыҙ быйыл. Һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләп, оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

✅ Үҙегеҙҙең уҡытыусығыҙ тураһында ошонда комментарийҙарҙа яҙығыҙ, ҡотлау һүҙҙәрен еткерегеҙ!

Показано 20 последних публикаций.