Aдминистрация Бурзянского района


Гео и язык канала: Россия, Русский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Русский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

10 октябрҙә Республикабыҙҙа Ҡурай көнө – Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә.

Ҡурай — башҡорт халҡының тарихы һәм моңо. Бөгөн ошо бөйөк моңдо йәшәтеүсе, ҡурайҙы ҡулдарына алып, донъяға башҡорт рухын танытыусы барлыҡ ҡурайсыларыбыҙҙы байрам менән ҡотлайым! Йәш быуында ҡурайға һөйөү тәрбиәләгән, уларҙы уңыштарға илткән уҡытыусыларға һәм һәүәҫкәр ҡурайсыларға оло рәхмәтемде белдерәм.

Районыбыҙ ғорурлығы булған "Мәсемташ" халыҡ ҡурайсылар ансамблен 80 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайым! Киләсәктә яңы үрҙәр теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А. М. Ҡотошов


Репост из: Кутушев Айнур Минигалеевич
Махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы буйынса, үлгәндән һуң, “Жуков” миҙалы менән Күсәрбаев Айҙар Зәйтүн улы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән Ғәлиев Айгиз Айҙар улы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән Ҡаһарманов Данияр Ҡорбанғәле улы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән Көҫәпҡолов Ғәлим Мөхәмәт улы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән Сафин Наис Нәғимулла улы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән Язағолов Шәфҡәт Рәйел улы, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән Төлкөбаев Урал Айытбай улы , “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән Ҡолдобаев Марат Зиннур улы, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән Мөхәмәтйәнов Айрат Зөлфәр улы наградландылар. Наградалар яугирҙарҙың ата-әсәләренә һәм яҡындарына тапшырылды.


Репост из: Кутушев Айнур Минигалеевич
Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн күп бала тәрбиәләгән өс әсә - Яңы Усман ауылынан Йосопова Лилиә Ғәфүр ҡыҙы һәм Ырыҫҡолова Розалия Әсҡәт ҡыҙы, Байғаҙы ауылынан Псәнчина Гөлйөҙөм Шәрәфулла ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булдылар.
Һәр береһенең ҙур татыу ғаиләләрендә бишәр бала матур тәрбиә һәм белем алып үҫә. Үҙҙәре лә ауылдаштары, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт яулаған кешеләр.
Хөрмәтле Лилиә Ғәфүр ҡыҙы, Розалия Әсҡәт ҡыҙы, Гөлйөҙөм Шәрәфулла ҡыҙы! Лайыҡлы награда алыуығыҙ һәм етеп килгән Әсә көнө менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә һәм Һеҙҙең ғаиләгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәт, изгелектәр, балаларығыҙҙың уңыштары менән гел ҡыуандырып тороуон теләйем!


Бөрйән районы һәм халҡы мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, ҡаҙаныштары, район үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн «Бөрйән районының Почетлы гражданы» исеменә Йәримов Марат Отелло улы лайыҡ булды. Марат Отелло улын ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!


Бөгөн район мәҙәниәт һарайында Республика һәм Ҡурай көндәренә, Бөрйән районының 96 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Сарала Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова ҡатнаштылар.
Бөрйән районы һәм халҡы мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, ҡаҙаныштары, район үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн «Бөрйән районының Почетлы гражданы» исеменә Йәримов Марат Отелло улы лайыҡ булды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән Бөрйән районы ветеринар станцияһының Иҫке Собханғол ветеринар участкаһы мөдире Зыянбаев Данил Марат улы, Бөрйән районы ветеринар станцияһының Яңы Собханғол ветеринар участкаһы мөдире Юлбирҙин Хәбир Сабир улы, юғары һөнәри оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте, хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән Байғаҙы ауылы фельдшер – акушерлыҡ пунты мөдире Хәсәнова Светлана Зиннәт ҡыҙы, намыҫлы хеҙмәте, республика эшҡыуарлыҡ үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән шәхси эшҡыуарҙар Голда Гөлназ Зәки ҡыҙы һәм Ғазин Флүр Сабирйән улы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән “Бөрйән”кинозалы редакторы Балдыбаева Таңһылыу Әлимбай ҡыҙы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, профсоюз эшендә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн, һәм юбилейы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең Дөйөм Рәсәй профсоюзы Башҡортостан Республика ойошмаһының Почет грамотаһы менән Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге инспекторы Күлбаева Нәйлә Райман ҡыҙы бүләкләнделәр.


Пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндә ни эшләргә? Йортта, бина эсендә, урамда, транспорт сараһында булғанда үҙеңде нисек тоторға? Хәүефһеҙлек буйынса ҡағиҙәләр менән танышығыҙ, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, һаҡ булығыҙ.


В с. Старосубхангулово в рамках акции "Зеленая Башкирия" состоялась посадка деревьев в территории Центра поддержки участников СВО и членов их семей.

В акции по посадке деревьев приняли участие и.о. главы Администрации муниципального района Бурзянский район Айнур Кутушев, председатель Совета МР Бурзянский район Ильшат Ишбулатов, депутат Совета муниципального района Бурзянский район Айгиз Шарипов, сотрудники Администрации МР, филиала фонда "Защитники Отечества".
#ЗеленаяБашкирия
#ЙәшелБашкортостан


Репост из: Кутушев Айнур Минигалеевич
Районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, тыл хеҙмәте ветераны Рафиҡ Әйүп улы Хәкимовты 80 йәшлек оло Юбилейы менән ҡотланым. Шәхес 1946 йылдың 5 октябрендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1965 йылда Байназар урта мәктәбенең 10 класын тамамлай һәм Совет Армияһы сафтарына алына. Хәрби хеҙмәтен Көнбайыш Украинала, шулай уҡ Венгрия, Чехия һәм Словакия биләмәләрендә үтә. 1968 йылда взвод командиры званиеһында демобилизацияланғас, хеҙмәт юлын Бөрйән районының 47-се һөнәри янғын һүндереү часында начальник булып башлай. 1970 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Алабуға урта милиция мәктәбен тамамлай, шунан һуң Бөрйән районы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте эҙәрлекләү бүлегендә өлкән инспектор булып эшләй. 1976 йылдан 1981 йылға тиклем Белорет ағас әҙерләп етештереү берекмәһенең Бөрйән урман-һунарсылыҡ хужалығында цех начальнигы вазифаһын биләй. 1981 йылда Бөрйән совхозының эшселәр комитеты рәйесе итеп һайлана. 1994 йылдан 2002 йылға тиклем Рафиҡ Әйүп улы Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Хеҙмәт һәм халыҡты мәшғүллек менән тәьмин итеү бүлеген етәкләй.

Етәкселек иткән ун йыллыҡ осорҙа ул райондың мәшғүллек хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Тырыш хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Социаль һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.

Хөрмәтле Рафиҡ Әйүп улы! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡындарығыҙҙың хөрмәтен һәм игелеген күреп, бәхетле ғүмер итеүен теләйем!


В Башкирии действует более 60 мер поддержки участников СВО и членов их семей. Совместно со специалистами республиканских министерств и ведомств подготовили актуальный справочник. Для вашего удобства мы объединили некоторые меры в один пункт.

Актуальный и полный справочник мер поддержки участников СВО и членов их семей.
www.bashinform.ru/longreads/...


Район Хакимиәте башлығының ер, мөлкәт һәм юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлимйән Хәйбуллин мөлкәт һалымын түләп ҡуйҙы. Артабан эстафета финанс мәсьәләләре буйынса Хакимиәт башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Гөлшат Хәсәноваға тапшырылды.

Заместитель главы Администрации по земельным, имущественным и юридическим вопросам Галимьян Хайбуллин оплатил свой налог на имущество. Эстафету Галимьян Хамитьянович передает заместителю главы Администрации начальнику финансового управления Гульшат Хасановой.


9 октябрь көнө 10:00-11:00 сәғәткә тиклем арауыҡта сирена тауышы менән бергә телевизор һәм радио аша иҫкәртеү сигналы тапшырыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты тыныс булырға саҡыра.

9 октября с 10:00 до 11:00 часов проверят системы оповещения:
Прозвучат сирены и громкоговорители, будет замещен эфир радио - и телеканалов.
Так подается сигнал гражданской обороны «Внимание всем!»


Прогноз погоды✅
Опасные метеорологические явления прогнозируются: в отдельных юго-восточных районах республики сохранится чрезвычайная пожарная опасность.
Неблагоприятные метеорологические явления не прогнозируются.
09.10.2026 переменная облачность. Без существенных осадков. Ветер северо-западный с переходом на юго-западный 5-10 м/с, по востоку порывы
до 14 м/с. Температура воздуха ночью 0, +5°C, местами до -5°C, днем +11, +16°C.


Репост из: Кутушев Айнур Минигалеевич
Бөгөн Иҫке Собханғол ауылында Республика көнөнә, Бөрйән районыбыҙҙың 96 йыллығына һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре саралары үтте.
Байрам сиктәрендә ойошторолған күңелле көҙгө йәрминкә райондаштарыбыҙҙың ни тиклем ижади, тырыш һәм бәрәкәтле булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Бөгөн байрамда Бөрйән балы, яңы йыйылған көҙгө уңыштар күҙҙең яуын алып торҙо.
Тантана барышында районды артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ауыл хужалығы алдынғыларын, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап ҡаҙаныштары өсөн рәхмәтемде белдерҙем.
Киләсәктә йылдың мул уңышлы булыуын, тәбиғәт шарттары ҡыуандырып тороуын теләйем!


Почетной грамотой за высокий профессионализм и личный вклад в оказание адресной помощи ветеранам боевых действий, инвалидам и семьям погибших героев на территории Республики Башкортостан награждена Ямгурсина Мавсиля Нургалиевна.
Поздравляем Мавсилю Нургалиевну с этим высоким признанием. Желаем крепкого здоровья, сил и новых профессиональных успехов!


За мужество, отвагу и самоотверженность, проявленные при исполнении воинского долга, наш земляк Амирханов Юлай Салаватович удостоен медали генерала Шаймуратова посмертно. Награда была торжественно вручена его матери — Харрасовой Райле Гильметдиновне.
Государственная награда Республики Башкортостан передана на вечное хранение семье героя. Подвиг Юлая Салаватовича, отдавшего жизнь ради безопасности и мирного неба нашей страны, навсегда останется в летописи нашей республики и в наших сердцах.


Уважаемые жители и гости Бурзянского района!
Обращаем внимание на то, что 8 октября 2026 года в связи с проведением сельскохозяйственной ярмарки, с 08.00 до 17.00 часов будет перекрыто движение транспортных средств на участке от пересечения ОМВД до здания МКУ Бурзянский РОО.
Просим жителей и гостей района с пониманием отнестись к временным вводимым ограничениям движения и рекомендуем заранее планировать маршрут своего движения.


По информации ЕДДС Бурзянского района, 7 октября, в 16:00 произошло аварийное отключение электроэнергии в с. Старосубхангулово. Аварийная бригада выехала на место. Приносим извинения за доставленные неудобства.


В Башкирии действует более 60 мер поддержки участников СВО и членов их семей. Совместно со специалистами республиканских министерств и ведомств подготовили актуальный справочник. Для вашего удобства мы объединили некоторые меры в один пункт.
Актуальный и полный справочник мер поддержки участников СВО и членов их семей.
www.bashinform.ru/longreads/...


Репост из: Радий Хабиров
От имени всей многонациональной республики поздравляю с днем рождения лидера нашей страны Владимира Владимировича Путина.

Президент России оказывает неизменное внимание Башкортостану. При поддержке Владимира Владимировича мы строим важные социальные и инфраструктурные объекты, приводим в порядок школы, развиваем высшее образование и науку, открываем новые учреждения здравоохранения и спортивные центры. И благодарны ему за это.

Башкортостан был и навсегда останется опорным регионом страны. Всей республикой мы поддерживаем решения Президента. В непростые времена наши земляки защищают Отечество. Вместе со всей страной мы делаем все для будущей Победы – на нее работают наши жители, промышленность, вся наша республика.

Помогая фронту, не забываем и о социально-экономическом развитии, выполнении социальных обязательств, повышении благополучия семей. Это тоже одна из задач, которые ставит перед нами Глава государства. Все их мы обязательно выполним.

Искренне желаю многоуважаемому Владимиру Владимировичу крепкого здоровья на долгие годы, новых достижений и побед во имя России!


Район Хакимиәтенең беренсе урынбаҫар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айҙар Ҡолһарин мөлкәт һалымын түләп ҡуйҙы. Артабан эстафета район Хакимиәте башлығының ер, мөлкәт һәм юридик мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлимйән Хәйбуллинға тапшырыла. Хөрмәтле райондаштар, мөлкәт һалымдарын ваҡытында, 1 декабргә тиклем түләп ҡуйыуығыҙ һорала.
Исполняющий обязанности первого заместителя главы Администрации Айдар Кульсарин оплатил налог на имущество. Эстафету Айдар Зайлагиевич передает заместителю главы Администрации по земельным, имущественным и юридическим вопросам Галимьяну Хайбуллину. Уважаемые жители района, призываем Вас своевременно исполнить обязанность по уплате налогов не позднее 1 декабря.

Показано 20 последних публикаций.