Ейәнсура таңдары


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Дуҫтар!

5-7 октябрҙә basholimpiada.ru/ сайтында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада үткәрелә. Олимпиада – ул ярыш ҡына түгел, ә тәү сиратта ҡыҙыҡһыныу, эҙләнеү һәм асыштар киңлеге. Ә был методик ҡулланма шул асыштарға илткән юлды һәр кем өсөн аңлайышлы һәм үтеп сығырлыҡ итер тип ышанабыҙ.

Быйыл беҙ әҙерлек өсөн методик тәҡдимдәр эшләнек. Был методик ҡулланма башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә битараф булмаған һәр кем өсөн: мәктәп уҡыусылары һәм студенттар, телде системалы өйрәнеүселәр, Башҡортостанда һәм донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше өсөн төҙөлдө.

Методик ҡулланмаға һылтанма: basholimpiada.ru/method/

1-СЕ ТЕМА. БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЛИНГВИСТИК МИРАҪЫ: ДИАЛЕКТТАР ҺӘМ ӘҘӘБИ ТЕЛ
2-СЕ ТЕМА: «ГРАММАТИК КОНСТРУКТОР: ЮҒАРЫ ҠАТМАРЛЫҠТАҒЫ МОРФОЛОГИЯ ҺӘМ СИНТАКСИС»
3-СӨ ТЕМА: «ТЕЛ БАЙЛЫҒЫ: БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФРАЗЕОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ ЭТИМОЛОГИЯҺЫ»
4-СЕ ТЕМА: «МӘҘӘНИ КОД: БАШҠОРТ ЭПОСЫ («УРАЛ БАТЫР», «АҠБУҘАТ») ҺӘМ КЛАССИК ӘҘӘБИӘТ ТЕЛЕ»
5-СЕ ТЕМА: «ОЛИМПИАДА ПРАКТИКАҺЫ: БИРЕМДӘРҘЕ ҮТӘҮ СТРАТЕГИЯҺЫ ҺӘМ МЕТАПРЕДМЕТ КҮНЕКМӘЛӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ»

♻ Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды.


— Айсыуаҡ ағай, мин үҙ атайым һәм әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Белмәнем мин үҙемдең үкһеҙ етем икәнлегемде. Әйтмәне әлеге әсәй тигән кешем һәм атай тип атағаным, - тыңлайһыңмы һөйләйем тигәндәй, теле асылды малайҙың. Сүгәләп ултырып, Айсыуаҡтың ара тирә күҙенә ҡарап хәбәрен теҙҙе : —- Бер көн атай эштән ҡабалан ҡайтып инеп ниндәйҙер документтарын эҙләп бер булды. Иҙәнгә арыуыҡ ҡағыҙҙарын ауҙарып, кәрәген эҙләп тапҡас атай миңә йыйыштырырға ҡушып эшкә ҡабаланды. Икенсе класта уҡый инем ул мәл. Ҡулыма бер ҡағыҙ эләкте, унда минең исем шәрифем, көткән атайым әсәйем исеме, һәм мине тыуҙырған әсәйем атайым фамилиялары бар ине.

Шаңҡып ҡалдым, балалыҡ менән аңыма ла әллә ни барып етмәгәндер инде. Ҙурайған һайын уйлана төштөм. Бәлким бөтөнләй онотолор ҙа ине, осраҡлы ғына бер иртәлә талаш шаһиты булмаһам. Мине йоҡлай тип уйланылар инде. Атай тигән кешем : "бар коллектив белә минең улым түгел икәнлеген уның, әйттем бит алмайыҡ тип, еңмешләнә инең үҙебеҙгә оҡшай ул тип, оҡшаны ти оҡшамай ней. Булмағас булмаһын да ҡуйһын ине"- тине.

Әсәй ҙә шым ҡалманы. "Үҙ туғанымдың балаһын нисек балалар йортона алып барып тапшырайым, әсәй шулай фарман бирҙе бит"- тип аҡланды.

Йоҡлағанға һалышып кире юрған аҫтына сумдым. Туйғансы иланым, үҙ әсәйем үҙ атайым ҡайҙа икән, нишләп мине быларға биреп киттеләр тип уйлап уйҙарым осона сыға алманым. 
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-05/sitlek-osho-4835760


“Маҡсатыңа ирешәйем тиһәң, уға алып бара торған күперҙе үҙең һал”

Философ Ральф Уолдо Эмерсондың был һүҙҙәрен 7-се класта уҡыған Зимфера альбом битенә ҙур итеп яҙып ҡуйған. Һәм улар хәҙер ҙә, инде күп йылдар Ибрай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Зимфера Хәкимйән ҡыҙының тормош девизы.
38 йыл педагогик стажға эйә тәжрибәле уҡытыусы тураһында мәҡәлә менән ошонда: https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-05/ma-saty-a-iresh-yem-ti-u-a-alyp-bara-tor-an-k-per-e-e-al-4835823 танышырһығыҙ.


⚡️Һөйөнсө! Иртәгә, 6 октябрҙә, матбуғатҡа ташлама менән яҙылыу ун көнлөгө башлана. “Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылыу был осорҙа 1123, 08 һум тора. Ә I һәм II төркөм инвалидтары өсөн (МСЭ справкаһы менән) тағы ла арзаныраҡ – 988,86 һум.
Баҫмабыҙға почтала, редакция хеҙмәткәрҙәре аша һәм сайтта яҙылырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон 89272377396.


Помогите найти! Пропал Хажиахметов Данил Камилович, 08.03.1956 г.р.

03.10.26 в 14:00 вышел из дома с. Малиновка ул Молодёжная д. 24, направился в сторону заднего двора и пропал. Страдает потерей памяти, дезориентирован.

При обнаружении сообщить в ДЧ по тел. 02 или 2-15-15!


Репост из: Радий Хабиров
День учителя – еще один хороший повод сказать спасибо всем нашим педагогам. За благородный труд, мудрость, терпение. За важные знания и умения, которые они передали нам и сегодня передают нашим детям. За любовь, тепло и заботу.

Мы выросли, и теперь уже наша задача – заботиться о наших учителях. И мы это делаем. Поддерживаем молодых преподавателей, а также тех, чьи ученики добиваются успехов на ЕГЭ и олимпиадах. Стараемся создавать хорошие условия труда – как бы ни было сложно, продолжаем строить и ремонтировать школы, здесь нам здорово помогает нацпроект «Молодежь и дети». Повышаем престиж учительской профессии – особый статус педагога в России своим указом закрепил наш Президент Владимир Владимирович Путин. Мы в Башкортостане разработали свои дополнительные меры.

Дорогие наши учителя, вы – опора нашей республики и страны. Вы не просто учите детей. Вы даете ребятам правильные установки и ориентиры, прививаете ценности, которые они пронесут через всю жизнь. Воспитываете настоящих патриотов. Низкий вам за это поклон!


Гөлсәсәк Ғүмәрова Аҡҡондоҙ һәм Кинйәбулат ауылдарында фельдшер, шул уҡ ваҡытта Аҡҡондоҙҙа мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй. Тынғыһыҙ эштән бушаған арала бынамын тигән итеп донъя көтөргә ла өлгөрә уңған хужабикә.  Беҙ Гөлсәсәк Ғәбделбар ҡыҙының ҡабаҡтан әҙерләгән һутын тәмләп ҡарағас, уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

"2,5 кг ҡабаҡты ярты литр һыу һалып, бешереп алабыҙ. Шунан блендер менән иҙәбеҙ. Ошоно эшләгәс, кемдәр "с мякотью" ярата, артабан дауам итә, ә кемдәр һутты шыйығыраҡ иткеһе килә, улар ҡабаҡты иләк аша үткәреп, һутын ғына ала. Артабан... https://ejansura.ru/news/ashy/2026-10-05/bik-t-mle-aba-uty-4835567


Хөрмәтле Ейәнсура халҡы! 6 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов граждандарҙы ҡабул итә.
Депутатҡа һорауҙарығыҙ булһа, сәғ. 11.00-дә район хакимиәтенә (Иҫәнғол ауылы, Совет урамы,3) рәхим итегеҙ.
Белешмә һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8(34785)2-14-16, 89272377396.


🍁 Хөрмәтле уҡытыусылар, остаздар!

Һеҙҙе ысын күңелдән Һөнәри байрамығыҙ — Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Был көн — һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙгә, түҙемлегегеҙгә һәм балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙгә рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Һеҙ белем донъяһының ишектәрен асаһығыҙ, аҡыллы фәһем бирәһегеҙ, шәхес тәрбиәләйһегеҙ. Һәр уҡыусының күңеленә изгелек, намыҫлылыҡ һәм тырышлыҡ орлоҡтары һалаһығыҙ.

Ошо изге эшегеҙҙә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын! Уҡыусыларығыҙҙың рәхмәтле ҡарашы, уларҙың уңыштары һәр ваҡыт һеҙҙең йөрөгөҙҙө йылытһын.

📚 Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — илебеҙҙең киләсәге ул.


✨🌙 Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәт булығыҙ!

Ҡәнәғәт булыу (рида) ике донъя бәхетенә асҡыс ул. «Әгәр ҙә рәхмәтле булһағыҙ, мин һеҙгә арттырырмын», – тиелә изге Ҡөрьәндә лә. (14 сүрә, 7-се аят).
Кеше һәр ваҡыт тормошонан ҡәнәғәт булмаһа:
❗Финанс хәле насарлана, аҡса еңел килмәй.
❗Кешеләр менән мөнәсәбәте көсөргәнешләнә.
🏃‍♂Һаулығы насарая, йөҙө яҡтылығын юғалта.
❗Ҡөрьәндең 13-сө сүрәһенең 11 аятында: «Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй», – тиелә.

Ә тормоштан ҡәнәғәт булыу – көс ул!
✅Әгәр ҙә яҙмышыңды ҡабул итеп, рәхмәтле булһаң:
✅Көтөлмәгән ерҙән аҡса килә.
✅Кешеләр һинең яҡшы кеше булыуыңды тойоп, һиңә тартыла.
✅Көс-ғәйрәтең ташып тора, йәнең тыныс була.

Үҙеңде үҙгәртеүҙе ниҙән башларға?
1. Һәр көн иртән көнөңдө «Әлхәмдүлллилләһ» тип башла.
2. Ҡыуаныслы яңылыҡтарға ла, ҡуйған һынауҙарға ла көн һайын рәхмәтле бул.
3. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, һәр кемгә яҙмыш алдан билдәләнгән.
Тирмиҙи риүәйәт иткән бер хәҙистә: «Раббың биргән менән ҡәнәғәт бул — иң бай кешеләрҙән булырһың», – тиелә.
Тормошоңдан ҡәнәғәт булыу көсһөҙлөк түгел, ә имандың иң юғары дәрәжәһе. Ошоларҙы ғәҙәтеңә әйләндер, нисек итеп тормошоң үҙгәреүен күрерһең.


– Әй, йома бит, бөгөн туйҙар гөрләй торған көн. Еңел машиналар ҡысҡырталыр. – Хөршиҙә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, ҡарана башланы. – Был яҡта түгелдер, әйҙә, әхирәт, балконға сығайыҡ әле.
Әммә балкондан, унан лоджиянан тирә-яҡты күпме байҡаһалар ҙа, туй машиналары күренмәне. Үткән-һүткән кешеләрҙе, майҙансыҡта уйнаған бала-сағаны хәтһеҙ ваҡыт тамаша ҡылғас, тамаҡтары кибеп киткәйне, йома сәйе иҫтәренә төштө.
Аш-һыу бүлмәһенән көйөк еҫе танауға бәрелде, төтөн залға ҡәҙәре таралған...
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-04/h-ter-e-r-4833270
ХӘТЕРҺЕҘҘӘР
Сатирик хикәйә


Үткән йылдар өсөн түләп еткерелмәгән пенсияны нисек ҡайтарырға
https://ejansura.ru/news/common_material/2026-10-04/tk-n-yyldar-s-n-t-l-p-etkerelm-g-n-pensiyany-nisek-aytaryr-a-4833324


4 октябрҙә билдәләнеүсе Бөтә донъя хайуандар көнө, йәки Бөтә донъя хайуандарҙы яҡлау көнө кешелектең иғтибарын планетабыҙҙа йәшәүсе башҡа йән эйәләренә йүнәлтеү маҡсатында билдәләнә.
https://ejansura.ru/news/novosti/2020-10-04/b-g-n-b-t-don-ya-hayuandar-k-n-1321163


Япраҡтар бит ҡойолмаған... Үткән төндә тәүге ҡар яуҙы. Ә киләһе аҙна башында беҙҙе ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында түбәндә
https://ejansura.ru/news/havatoroso/2026-10-04/ey-nsurala-t-ge-ar-yau-y-4834595


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
☃️Дуҫтар! Һеҙҙә лә ҡар ❄️❄️❄️яуҙымы?!


Йәкшәмбе иртәһе менән, дуҫтар! Ял көнөгөҙ уңышлы, имен үтһен, яҡшы хәбәрҙәр, һөйөнөслө ваҡиғалар менән ҡыуандырһын!


– Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ғына сығып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, – ти был, иҫе лә китмәй, – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙғарғанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине.
https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-03/in-gen-4833574
Һин генә...
Хикәйә.


🤔Йә, кем нисә тип уйлай?
👇🏻Яуаптарығыҙҙы комментарийға яҙығыҙ әле.

772 61 13

…Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдап көлөшәләр, шаяралар.
Ҡыҙҙың башында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан ғына яһалған нәфис таж. Өҫтөндә иҫ киткес матур, үҙенә үтә лә килешеп торған зәңгәр төҫтәге күлдәк. Егет ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре, көлөп ҡараған ҙур яғымлы күҙҙәре уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Егет, ташҡын хистәрен тыя алмай, ҡапыл ҡыҙҙы ҡосағына ала ла уны шашып-шашып үбергә тотона…
Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгән инеләр – шул тиклем һағынышҡандар!
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-27/in-kit-e-min-alam-4793852


Хәйерле көн! Һорау: яҙ һары мультифлоралар ултыртҡайным, көҙ ошондай төҫтә сәскә аттылар, ниңә икән? Эргәһендәге роза "ғәйеплеме"?
АНОН

Показано 20 последних публикаций.