ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.


Гео и язык канала: Россия, Русский
Категория: Образование


Канал школы в MAX — это пространство, где мы делимся важной информацией, новостями, анонсами мероприятий и успехами учеников базовый школы и филиалов.

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Русский
Категория
Образование
Статистика

Көҙ — муллыҡ, йомартлыҡ һәм берҙәмлек миҙгеле. Бөгөн беҙҙең мәктәп райондың иң ҙур сараларының береһендә — «Көҙ байлыҡтары-2026» көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашты. Был йәрминкә бер юлы өс мөһим байрамға арналғайны: Башҡортостан Республикаһы Көнө, Ҡурай Көнө һәм көҙгө муллыҡ байрамы.

Район йәрминкәһе майҙанында төрлө ауылдарҙан, мәктәптәрҙән һәм ойошмаларҙан ҡатнашыусылар йыйылды. Беҙҙең мәктәп делегацияһы ла үҙенең сағыу өҫтәле, бай ассортименты һәм ихлас ҡунаҡсыллығы менән айырылып торҙо. Уҡыусыларыбыҙ үҫтергән йәшелсә-емештәр, өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар, хуш еҫле бәлештәр, бал һәм ижади эштәр район халҡының иғтибарын йәлеп итте.

Ҡурай Көнө сиктәрендә мәктәп ҡурай моңдарын яңғыратты, тыуған яҡ тураһында шиғырҙар һөйләне һәм башҡорт мәҙәниәтенә арналған номерҙар күрһәтте. Был сығыштар жюри ағзалары тарафынан йылы ҡабул ителде.

Быйыл— беҙҙең мәктәп район йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде!

Район йәрминкәһендә ҡатнашыу беҙгә үҙебеҙҙең тыуған яҡтың байлығын, халыҡтың йомартлығын һәм берҙәмлеген тағы бер ҡат күрергә мөмкинлек бирҙе.

Байрам менән, ҡәҙерле яҡташтар! Башҡортостан Республикаһы Көнө менән! Көҙ беҙгә муллыҡ, именлек һәм яңы уңыштар алып килһен!


Репост из: «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Дрон күрһәгеҙ, хәүефһеҙ урын табығыҙ! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: БПЛА һөжүм иткән урындарҙы фотоға, видеоға төшөрөргә ярамай - был турала уҙған йылда республика башлығының указы сыҡты.


🔔 Сегодня в нашей школе прошли Всероссийские открытые уроки культуры безопасности.

На уроках мы говорили о самом главном — о том, как сохранить жизнь и здоровье в экстремальной ситуации. Педагоги напомнили ребятам о правилах поведения при чрезвычайных ситуациях .

🚨 Особое внимание уделили сигналу «ВНИМАНИЕ ВСЕМ!»

Это единый сигнал, который предупреждает об опасности. Что делать, если вы его услышали?

1️⃣ Остановись и сохраняй спокойствие
2️⃣ Получи сообщение.
3️⃣ Действовать по инструкции. Получив информацию, следуйте указаниям органов власти или МЧС.

Знание этих простых правил — залог вашей безопасности и безопасности ваших близких!
#ВсероссийскиеОткрытыеУрокиКультурыБезопасности
#ДеньВсемирныйГражданскойОбороны#Безопасность #ВниманиеВсем#МОБУСОШд.Абдулмамбетово


Сегодня в нашем классе прошёл тёплый и познавательный час, посвящённый нашим меньшим братьям. Мы говорили о том, почему важно беречь природу и как каждый из нас может помочь животным.
4 октября — день памяти святого Франциска Ассизского, покровителя животных. Праздник был учреждён в 1931 году, а его история началась в 1920-х с инициативы немецкого зоозащитника Генриха Циммермана.
Факты, которые нас впечатлили:
- Более 47 000 видов животных находятся под угрозой исчезновения.
- В красной книге России — 443 вида редких животных!
- В нашей стране действует Федеральный закон «Об ответственном обращении с животными», который защищает питомцев от жестокости.
Как вы можете помочь уже сегодня?
✅ Сделать кормушку для птиц.
✅ Отнести корм и тёплые пледы в местный приют.
✅ Рассказать друзьям о важности стерилизации домашних питомцев.
✅ Просто быть добрее к бездомным животным на улице.
#Росдетцентр
#НавигаторыДетства
#ДеньЗащитыЖивотныхНД


Уҡытыусылар-Дублерҙар көнө үтте!

Бөгөн беҙҙең мәктәптә ғәҙәти булмаған, әммә бик ҡыҙыҡлы көн — Уҡытыусылар-Дублерҙар көнө үтте. Ошо көндә юғары синыф уҡыусылары уҡытыусы ролендә үҙҙәрен һынап ҡараны.

Уҡыусылар дәрестәргә әҙерләнде, уҡытыу методикаһын өйрәнде һәм үҙ белемдәрен кесе кластарға еткерҙе. Был тәжрибә уларға уҡытыусы һөнәренең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы икәнен аңларға ярҙам итте.

Байрам дауамында уҡыусылар уҡытыусыларҙы ҡотлап концерт программаһы әҙерләне. Концертта йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр булды. Балалар үҙҙәренең ижади һәләтен күрһәтте.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!


Матур көҙгө көндә уҡыусылар "Яҡшы һүҙҙәр гөлләмәһе" тип аталған акцияға ҡушылдылар.
Был көн - уҡытыусыларға сикһеҙ рәхмәт белдереү, уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен баһалау һәм ихтирам күрһәтеү көнө. Башҡорт халҡында уҡытыусыға ҡарата мөнәсәбәт һәр ваҡыт айырым булған: "Уҡытыусы - мәктәптең йөрәге, уҡыусы - уның йәне" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Уҡытыусы - ул бары тик дәрес биреүсе генә түгел. Ул бала күңеленә белем орлоҡтарын һалыусы, уның характерын формалаштырыусы, тормош юлында юл күрһәтеүсе, ауыр мәлдәрҙә терәк булыуы яҡын дуҫ ул.
Байрамығыҙ менән,хөрмәтле уҡытыусылар!
#Росдетцентр
#ПроРодителей
#БукетДобрыхСлов


Мәктәптә Дублерҙар көнө!








Репост из: «Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары
Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.

1️⃣ Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
2️⃣ Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
3⃣ Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
4️⃣ Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
5️⃣ Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
6️⃣ Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.

Мөһим!

Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.

Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Йылытҡысты хәүефһеҙ ҡулланыу – «Аңлатабыҙ. Башкортостан» проектының яңы сығарылышында күрһәтәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә кәңәштәр әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан


2 октябрҙә район мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнөнә ,Тәрбиәселәр һәм барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам сараһы үтте.
Байрам менән педагогтарҙы һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын Бөрйән районы муниципаль районы Советы рәйесе Илшат Ишбулатов, Бөрйән районы муниципаль районы Администрацияһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошев, Бөрйән район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Гөлназ Ғәлләмова, Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Бөрйән районы ойошмаһы рәйесе Нурзилә Шәрипова ҡотланы.
Профессиональ байрам хөрмәтенә муниципалитеттың мәғариф системаһының иң яҡшы вәкилдәре лайыҡлы наградалар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.Беҙҙең мәктәптән Уҡыу һәм тәрбиә процестарын ойоштороуҙа, камиллаштырыуҙа ҙур уңыштары өсөн, шулай уҡ юғары профессионализм һәм эшенә тоғролоғо өсөн химия һәм биология уҡытыусыһы Суфиянова Наҙгөл Әбүбәкир ҡыҙы район Мәғариф бүлегенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡәҙерле уҡытыусылар!
Профессиональ байрамығыҙ — менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙең түҙемлегегеҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм йөрәк йылығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ.




Ололар көнө — ихтирам һәм рәхмәт байрамы.

Бөгөн беҙҙең мәктәптә Ололар көнөнә арналған матур сара үтте. Ул мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан инәй - апалар өсөн ойошторолдо.

Сарала уҡыусылар өлкән быуын вәкилдәрен ихтирам менән ҡаршы алды, уларға арналған шиғырҙар, йырҙар һәм изге теләктәр яңғыраны. Ветерандар үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, йәш быуынға аҡыллы кәңәштәрен бирҙе.

Һеҙ — беҙҙең мәктәптең ғорурлығы, тарихы һәм йөрәге. Оҙаҡ йылдар буйы балаларға белем һәм тәрбиә биргәнегеҙ, мәктәптең йылылығын, таҙалығын һаҡлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Ололар көнө ҡотло булһын!


Сегодня особенный день — 1 октября весь мир отмечает Международный день музыки! И наши второклассники решили присоединиться к этому прекрасному празднику, но по-своему — через увлекательную музыкальную викторину «Звуки вокруг нас».
Музыка — это не только ноты и инструменты. Это шум дождя за окном, пение птиц на рассвете, гул машин на улице, смех друзей на перемене. Музыка окружает нас повсюду! Нужно только научиться её слышать.
Второклассники отправились в звуковое путешествие:
Угадали звуки природы — от шелеста листвы до раскатов грома
Музыка учит нас слушать и слышать. Она развивает слух, память, воображение. А ещё — объединяет! Когда мы вместе поём песню или слушаем красивую мелодию, мы становимся ближе друг к другу.
#Росдетцентр
#НавигаторыДетства
#МузыкаНД
#НавигаторыДетстваРБ


Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө!
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған!
Әлдә һеҙ бар- йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп - хуплаған!
Алтын көҙҙә - Алтын Аҡыл көнө!
Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән!
Донъя матур бары һеҙҙең менән,
Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән,
Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән!

Октябрҙең беренсе көнөндә матур дата - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн был-йылылыҡ һәм ихласлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәт менән һуғарылған бик үҙенсәлекле байрам
Был дата - оло быуын вәкилдәренең йәше, ғүмер юлдары тураһында иҫкә төшөрөү генә түгел , ә уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген дә бирә.
Башланғыс класс уҡыусылары ошо уңайҙан "Мин рәхмәтлемен" акцияһына ҡушылдылар. Күңел йылыһын биреп, үҙ ҡулдары менән олатай- өләсәйҙәренә бүләк эшләнеләр. Ейән- ейәнсәрегеҙҙең ихлас теләктәре, бүләктәре күңелегеҙҙе күтәрер тип ышанабыҙ.
Беҙ ҙә һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, күңел тыныслығы, хеҙмәтегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәрҙәй оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең иғтибарын, һөйөүен тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә аяҡ өҫтөндә йөрөргә яҙһын. Йорттарығыҙҙан ҡот-бәрәкәт, өҫтәлдәрегеҙҙән ҡунаҡсыл ауыл һыйы өҙөлмәһен, көндәрегеҙ тик шатлыҡлы хәбәрҙәр менән генә тулһын. Байрамығыҙ менән!
#Росдетцентр
#НавигаторыДетства
#ЧтимСтаршихНД
#НавигаторыДетстваРБ


«Тылсымлы еп» ижади дәресе

Бөгөн Әбделмәмбәт ауыл китапханаһында «Тылсымлы еп» тигән ижади дәрес үтте. Был сара Пушкин картаһы менән ойошторолдо.
Уҡыусылар ҡул менән эшләнгән туҡыу станогының нисек эшләүе менән танышты, ә халыҡ кәсебенең оҫтаһы Мөхәмәтҡолова Н.Г. уларға был боронғо һөнәрҙең нескәлектәрен асып һалды.

Оҫта ҡорамалда эшләү принциптарын күрһәтте, ептәрҙе һәм бәйләмдәрҙе һайлау ҡағиҙәләре тураһында һөйләне, нигеҙҙе ҡороу технологияһын күрһәтте һәм ябай башҡорт биҙәктәрен эшләргә өйрәтте. Балалар был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотондо.

Сара традицион ҡул эштәрен популярлаштырыуға, халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға һәм үҫеп килгән быуынды милли мәҙәниәттең сығанаҡтарына яҡынлаштырыуға йүнәлтелгән ине. Бындай осрашыуҙар балаларҙың үҙ тамырҙарын тойорона, ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләргә өйрәнеренә ышаныс.
Был сараға билет алып биреүсе апай -ағайҙарга ҙур рәхмәт!




Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә йола буйынса шаулап-гөрләп көҙгө йәрминкә үтте. Бындай саралар — мәктәп тормошоноң иң сағыу, йылы ваҡиғаларының береһе . Уҡыусылар ата-әсәләр ярҙамы менән ризыҡ әҙерләргә, уны матур итеп биҙәргә, һатырға өйрәнә. Был үҙаллылыҡҡа һәм яуаплылыҡҡа нигеҙ һала.
Һәр класс үҙенең уңайлы «сауҙа урынын» әҙерләне — өҫтәлдәр көҙгө муллыҡтан һығылып торҙо: хуш еҫле бәлештәр, өйҙә яһалған ҡышҡы әҙерләмәләр һәм татлы ризыҡтар ине.
Уҡыусылар бер көнгә ысын сауҙагәрҙәргә әйләнде: һатып алыусыларҙы күңелле һүҙҙәр менән саҡырҙылар, үҙ тауарҙары тураһында ғорурланып һөйләнеләр һәм һаттылар.
Был саранан барыһы ла ыңғай тәьҫораттар, дәрт һәм илһам алып таралыштылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!


🏃«Кросс нации» в нашей школе.

Мы присоединились к самому массовому спортивному событию страны — Всероссийскому дню бега «Кросс нации»! 🇷🇺🏅

Как это было?
🔥 Общее построение:На линейку собрались все — от первоклассников до выпускников,провели под бодрую музыку разминку.
🔥 Старт дан! Под дружные крики болельщиков наши спортсмены вышли на дистанцию.
🔥 Младшие школьники преодолели свою дистанцию, ребята постарше — дистанцию посерьёзнее.

«Кросс нации» — это не только про скорость и рекорды. Это про здоровый образ жизни, командный дух и любовь к спорту. Каждый, кто вышел сегодня на старт, — уже победитель, ведь он сделал шаг навстречу своему здоровью! 💪

Движение — это жизнь! Бег— это модно, полезно и весело!

Показано 20 последних публикаций.