«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Книги



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Книги
Статистика

Берҙәмлектә — беҙҙең көс!

Республика көнөнә арналған шиғриәт байрамына рәхим итегеҙ!
Сара 9 октябрь сәғәт икелә Яҙыусылар йортонда үтә.


Был фотола кемдәрҙе таныйһығыҙ?

«Ағиҙел» архивынан.


Хөрмәтле уҡытыусылар, һөнәри байрамығыҙ менән!

Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға?
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән -
Ул һин икәнһең дә асылда.
Уҡытыусым! Күктәр тарафынан,
Бирелгәндер һиңә был һөнәр.
Әсәләргә генә хас изгелек,
Мәрхәмәтлек тулған был йөрәк.
«Балам!»- тип өҙөлгән Әсә кеүек,
Беҙҙең өсөн көйөп - янаһың.
Яҡты юлдар теләп оҙатаһың,
Оҙатҡандай Әсә балаһын.
Кисер беҙҙе, кисер Уҡытыусым,
Сәстәреңә һалдыҡ көмөш ҡар.
Һис ваҡытһыҙ маңлайыңа ятҡан,
Һырҙарҙа ла беҙҙең ғәйеп бар...
...Мин белмәйем, ниндәй һүҙҙәр табып,
Бөйөклөктө һинең асырға.
Кешелекте яҡтылыҡҡа илткән -
Ул һин икәнһең дә асылда!

Әлфидә Ҡансурина


Бөгөн танылған шағирә, прозаик Фәнүзә Биктимерова күркәм юбилейын билдәләй! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас тәбрикләйбеҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, артабан илһамлы һәм бәрәкәтле ижад теләйбеҙ!

Иғтибарығыҙға яҙыусының «Күксәскә» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

– Ярай, ҡыҙым, артабан барып булмаҫ. Ҡайтыр юлға бензин аҙ ғына ҡалды. Берәй машина тап булыр әле, Алла бирһә.Оло йәштәрҙәге ағай Фәнзилә менән һаубуллашты ла кире ҡайтыу юлына боролдо. Ҙур сумкаһын ҡыҙ юл ситенә ҡуйып та өлгөрмәне, йәшел төҫтәге бер еңел машина килеп тә туҡтаны. Тәҙрәһенән табаҡтай итләс битле кешенең башы күренде.

Дауамы сайтта:
https://agideljurn.ru/news/s-sm-r-r/2026-10-02/k-ks-sk-4833984


Репост из: Радий Хабиров
«Башкирское долголетие» – один из наших любимых проектов. Когда работа над ним только начиналась, мы и представить не могли, насколько популярным он станет, сколько добрых эмоций принесет его участникам. Которых за это время насчитывается уже более 70 тысяч!

Вчера в аэропорту Уфы встретили «серебряных» туристов, прилетевших из Беларуси. В тот же день за новыми впечатлениями в недельный тур по этой замечательной братской стране улетела новая группа наших путешественников. 

Поездки по Башкортостану тоже пользуются большим спросом. Сегодня сразу 7 групп активных пенсионеров «Башкирского долголетия» отправились в путешествия. В том числе в «Мурадымовское ущелье» – увидеть наших башкирских зубров.

1 октября во всем мире отмечается День пожилых людей. От души желаю всем нашим бабушкам, дедушкам, родителям крепкого здоровья и долгих лет жизни. Спасибо вам за вашу мудрость и любовь. Пусть близкие окружают теплом и заботой. А если есть силы и желание, обязательно вступайте в нашу программу:

https://долголетие.соцтуризмрб.
рф/

https://баш-белорусское-долголетие.соцтуризмрб.
р
ф/

С праздником!


Сентябрҙең һуңғы көнө бөгөн,
Ишек ҡағыр иртән октябрь.
Сәғәт-минут, айҙар, йылдар һанап,
Шулай үтә икән был ғүмер.

Октябрҙең тәүге көнөндә,
Ололарҙы ихлас ҡотлайыҡ.
Уларға бит бер йылы һүҙ етә,
Һис тә битараф булмайыҡ.

Мин үҙем дә улар сафында,
Эй, үтә лә икән был ғүмер.
Бөгөн сентябрҙе оҙатабыҙ,
Ә иртәгә тыуыр октябрь.

Эй, Хоҙайым ҡалған ғүмерҙәрҙе,
Матур ҡартлыҡ биреп һөйөндөр!

(ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.)


Репост из: «Республика Башкортостан» | resbash.ru
✅«В жизни — с возрастом — начинаешь понимать силу человека, постоянно думающего. Это огромная сила, покоряющая. Все гибнет — молодость, обаяние, страсти; все стареет и разрушается. Мысль не гибнет, и прекрасен человек, который несет ее через всю жизнь».

Василий Шукшин.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Бер-берегеҙгә яратам, тип әйтеүҙән тартынмағыҙ

Билдәле журналист Марсель Ҡотлоғәләмов менән интервью.
Видео: Гөлназ Ҡотоева.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
2027 йылда Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 110 йыл тула.
Радий Хәбиров был уңайҙан байрам саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ә һеҙ данлыҡлы композиторыбыҙ тураһында ниҙәр беләһегеҙ?


Башдрам Гөлнур Яҡупованың повесын сәхнәләштереүгә тотондо

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы миҙгелдә халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» повесын сәхнәгә ҡуясаҡ. Спектаклдең режиссёры — Фирғәт Ғарипов.

Театрҙа әлеге ваҡытта репетиция этабы бара. Ижади төркөм әҫәрҙең идеяһын һәм төп темаларын ентекле өйрәнә, буласаҡ спектаклдең сәхнә концепцияһын формалаштыра, геройҙарҙың характерҙары һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре өҫтөндә эшләй.


Репост из: Гульсима Иштанова "ТЕЛЕҮҘӘК" "ИНТЕРВЬЮ"
🛑 Әгәр ҙә журналистиканы ижади юғарылыҡҡа күтәреп, образлы фекерләү, эзоп теле ҡулланып, кешене фекерләргә, дөрөҫ юлға баҫтырырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйылһа, тимәк журналистиканы шулай уҡ
әҙәби ижад тип ҡабул итә алам.(Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, "Ағиҙел"
журналы баш мөхәррире)

#көнүҙәкфекер


Билдәле яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова Санкт-Петербург ҡалаһында «Ижад һәм мөмкинлектәр» әҙәби клубы ойошторған «Төн уртаһына тиклем» ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсында Бөтә Рәсәй яҙыусылары араһында III урынға лайыҡ булды!
Ул бәйгегә «Ҡыш бабай һүҙендә тора» исемле эшен тәҡдим иткән.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!


Ҡатын-ҡыҙҙың көсө

Бөгөн иртәнсәк эшкә килһәм, журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе Ҡарлуғас Ишемғолова тынсыу бүлмәлә ултыра.
—Тәҙрәне асалманым, көсөм етмәне, асығыҙ әле?— ти Ҡарлуғас.
—Була ул...
Тимер рамлы тәҙрәне тартып асып ебәрҙем. Бүлмәгә иртәнге саф һауа тулды. Артабан беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды.
—Ир-ат көслө шул, ағай, рәхмәт!
—Юҡ, һеҙ барыбер көслөрәк...
—Ниңә улай уйлайһығыҙ?
—Сөнки һин минән тәҙрәне астыра алдың, ә мин һинән — юҡ...

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1093-сө куҙәтеү
Әхмәр Үтәбай.


Репост из: Марс Кашапов, глава Администрации Салаватского района
🇷🇺 Вчера в районном Доме культуры с. Малояз актёры Национального молодёжного театра им. Мустая Карима показали нам, жителям Салаватского района, драматическую поэму «Одной жизни мало» («Бер ғүмер етмәй икән…»). Это глубокий спектакль о патриотизме и подвиге бойцов СВО.
По окончании спектакля вручил благодарственные письма тем, кто подарил нам этот праздник искусства: автору пьесы, народному писателю Башкортостана, главному редактору журнала «Агидель» Муниру Сахиулловичу Кунафину, режиссёру спектакля, заслуженному деятелю искусств Башкортостана Рустэму Миллятовичу Хакимову, директору Национального молодёжного театра имени Мустая Карима, заслуженному работнику культуры Башкортостана Рафису Гареевичу Мухаметзянову, а также артисту Национального молодёжного театра имени Мустая Карима, исполнителю роли «Малыша» Динисламу Фуатовичу Сафину.
💯 В спектакле отражены реальные судьбы бойцов — участников специальной военной операции. Особенно не оставил равнодушным зрителя боец с позывным «Малыш». Через эту роль показана судьба, мысли и переживания нашего земляка с позывным «Ханыч». Он и его родители присутствовали на спектакле. Спасибо бойцу за мужество, а родителям за достойное воспитание сына.
Творческой команде, создавшей это важное произведение желаю дальнейших успехов!
#культураСалаватскийрайон #АдминистрацияСалаватскогоРайона


«Ағиҙел»дәр Фәрзәнә Утарбаеваның яңы фильмын ҡарап ҡайтты

Режиссер Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә Кинематография һәм театр сәнғәте академияһын тамамланы. Кисә Өфөлә уның «Ҡоролоҡ» фильмының трейлеры халыҡҡа күрһәтелде.

Был фильмға атаҡлы актер Никита Михалков үҙе юғары баһа биргәйне.
«Замечательная картина!» тип әйтте Михалков Фәрзәнәгә диплом тапшырған мәлдә.

«Ҡоролоҡ» тип аталған ҡыҫҡа метрлы фильм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин хикәйәһенә нигеҙләнгән. Ул - Фәрзәнә Утарбаеваның һәм продюсер Алһыу Абдуллинаның академияла уҡыуҙа төшөргән диплом эше.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
«Зәйнәб өләсәйем тәүге рухи остазым булды»

Күренекле яҙыусы Зәйнәб Биишеваның ейәне, хирург Таһир Әминов өләсәһе хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлаша.


Репост из: Радий Хабиров
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Руководствуясь конституционными обязанностями как Главы Башкортостана и клятвой служить народу республики, гарантировать права и свободы человека и гражданина, выкладываю свою позицию по ситуации, происходящей в руководстве Верховного суда Республики Башкортостан, и новым подробностям, которые стали нам известны.


«Берҙәм Рәсәй» алда бара

✍ Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙған һайлау буйынса 21 сентябрҙең 12.00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 88,40 проценты эшкәртелгән.

– Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тауыш биреү 80,43 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сәйәси партиялар: "Берҙәм Рәсәй” – 64,09 процент, КПРФ – 9,37 процент, ЛДПР – 8,01 процент, "Ғәҙел Рәсәй" – 7,42 процент, “Яңы кешеләр” 7,22 процент тауыш йыйған. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡан ҡалған биш партия – “Пенсионерҙар партияһы” (0,86 процент) “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы” (0,63 процент), “Ватан партияһы” (0,62 процент), "Рәсәй коммунистары партияһы” (0,59 процент) “Тура демократия партияһы” (0,49 процент) бер процент йыя алмаған, – тип белдерҙе брифингта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.


Репост из: Канал Урала Кильсенбаева
Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?

30 сентябрҙә «Башҡортостан телдәре һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы ЯЗ өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә.

Сарала телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәттәр йыйыу, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма интеллект технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләшеү була.

📅 30 сентябрь
⏰ 15:00
📍 Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б, Геном үҙәге

Башҡорт теленең киләсәген технологиялар менән бәйләү, тел мәғлүмәттәрен йыйыу һәм уларҙы ЯЗ-де үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырһа, сараға рәхим итегеҙ!

⚠️ Теләүселәргә алдан теркәлеү мөһим. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән.

🔗 Теркәлеү өсөн һылтанма: forms.yandex.ru/u/6aaccab2...


Репост из: «Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
💥 Халыҡ шағирының ижад кисәһенә рәхим итегеҙ!

✍ 29 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына арналған кисә уҙа.

📍Башлана: 19-00. Инеү бушлай.

Показано 20 последних публикаций.